Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2019, 12:12

ЙОРТТАРЫБЫҘҘЫ БЕРГӘЛӘП МАТУРЛАРБЫҘ

Өфө ҡалаһында 4 апрель «Управдом» республика форумы үтәсәк, унда Стәрлетамаҡ вәкилдәре лә ҡатнаша. Ҡала кимәлендә үткән «Управдом» форумы барышында тап ошо ҙур сарала ҡатнашасаҡ делегаттар билдәле булды. Ғөмүмән алғанда, ҡаланың әүҙем граждандары менән дүрт көн барған аралашыу һөҙөмтәле барҙы, йыйылған халыҡ үҙенең фекерҙәрен еткерҙе, хөкүмәттең позицияһын да ишетте.

Күп фатирлы йорттар советы рәйестәре ошо арала А.П. Гайдар исемендәге пио-нерҙар һәм уҡыусылар һарайында, ҡала хакимиәтендә, ҡала мәғариф бүлегендә йыйылды. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов етәкселегендәге форумда хоҡуҡ һаҡлау органдары, БР Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты, “Эко-сити” сүп-сар менән эш итеүсе һәм капиталь ремонт буйынса төбәк операторҙары, идарасы компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.
Аралашыу алдынан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев ҡалала коммуналь хужалыҡ өлкәһендә алып барылған эш буйынса докладын һөйләп ишеттерҙе. Уның һүҙҙәренсә, әлеге мәлдә ҡала бер нисә программала ҡатнаша һәм ошоға бәйле тотош ҡала урамдарында, ихаталар эсендә төҙөкләндереү эштәре бара. Төбәк операторы ярҙамында 94 күп фатирлы йортта 343,6 млн һумлыҡ капиталь ремонт яһалған. Идарасы компаниялар үҙҙәренең эшен юғары сифатта башҡара алмай, быға бәйле подъездарҙа ремонт яһау программаһы көсөнә инде. Уның ярҙамында быйыл күп фатирлы йорттарҙың 406 подъезы ремонтланасаҡ. Эш төрҙәре халыҡ мәнфәғәтенән сығып эшләнәсәк, подъезда йәшәүселәр эш төрҙәрен билдәләп, буяуҙарҙың төҫөн үҙҙәре һайлап, яуаптарын бирергә тейеш. Эштәрҙең хаҡы һәм күләме ошо талаптарҙан сығып билдәләнәсәк. Шулай уҡ быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Урамдағы яҡтыртыу ҡоролмаларын яңыртыу» исемле тағы ла ике проект эшләй башлаясаҡ, улар ярҙамында юлдар һалыу, ремонтлау, видеокүҙәтеү алып барыусы камералар ҡуйыу һәм яҡтыртыу ҡорамалдарын алмаштырыу планлаштырыла.
Делегаттарға килгәндә, уларҙы зал-дарҙа ултырыусылар алдында тәҡдим иттеләр һәм тауыш биреү ысулы менән һайлап алдылар, шулай уҡ граждандар үҙҙәре тәҡдим иткән кандидаттарҙы исемлеккә индерҙе.
Өфөгә бөтәһе 25 кеше барасаҡ, улар ҡала мәнфәғәтендә эшләргә теләге булған әүҙем кешеләр булырға тейеш. БР Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов һүҙҙәренсә, делегаттар мәсьәләләрҙе күтәреп сығыу ғына түгел, ә уны хәл итеү юлдарын күрһәтә алырға, бергәләп эшләй алыу һәләтенә эйә булырға тейеш. Ғөмүмән алғанда, форум аралашыуға нигеҙләнгәйне, күп фатирлы йорттар советы рәйестәре, идарасы компаниялар һорауҙарына Андрей Ермолаев һәм төбәк операторҙары вәкилдәре яуап бирҙе. Миҫал итеп әйткәндә, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыусы операторға тәүге килгән квитанцияларҙа булған хаталарҙы төҙәтеү ысулдарын, ремонтланасаҡ подъездарҙы һайлап алыу талаптарын һоранылар.
– Һеҙ күп фатирлы йорт хужалары булып тораһығыҙ, йортто хеҙмәтләндереү өсөн идара итеүсе компанияларҙы ял-лайһығыҙ. Шуға күрә эштәрҙең сифатлы һәм намыҫлы башҡарыуҙарын һорарға тейешһегеҙ. Коммуналь түләүҙең 70 процент тирәһе ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларға тура килә, уларҙы тарифтар буйынса Дәүләт комитеты аша дәүләт контролдә тота. Ә бына ҡалған 30 процентын һеҙ идарасы компанияға түләйһегеҙ, уларҙы һеҙ үҙегеҙ тикшереп торорға тейешһегеҙ. Шулай уҡ хужалар торлаҡты хеҙмәтләндереү төрҙәрен үҙе билдәләргә тейеш, – тип вайымһыҙ булмаҫҡа саҡырып өндәште Торлаҡ коммуналь хужалығы буйынса йәмәғәт контроленең тәбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский.
Ысынлап та, форумда ҡатнашыусыларға күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән һәр кешегә ҡағыласаҡ һорауҙарҙы ҡарарға һәм хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк буласаҡ. Халыҡҡа идара итеүсе компанияларҙы “ауыҙлыҡларға” һәм төрлө программаларҙа ҡатнашып, үҙенең йәшәү мөхитен төҙөкләндереү һәм йәмләүҙе комплекслы хәл итеү тураһында һөйләшеү күптән көтөлгән ваҡиға ине. Һайлап алған делегаттарыбыҙ ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу, капиталь ремонт яһау, идарасы компания менән мөнәсәбәт һәм халыҡты борсоған башҡа төрлө етди мәсьәләләрҙе бергәләп һөйләшеп хәл итер, ниндәйҙер һығымтаға килер, тип өмөтләнәйек.
Эльдар ҒАЙСАРОВ.
Читайте нас: