Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2019, 12:06

«Ҡояшлы ҡоймаҡ» хәйриә акцияһында ҡатнашығыҙ

Өфөнөң «Конгресс-холл» бинаһы алдында «Ҡояшлы бала саҡ ҡаласығы» байрамы уҙасаҡ.



Өфөләргә барһағыҙ "Ҡояшлы ҡоймаҡ" байрамында ҡатнашығыҙ. Сараны "Пакер", "Пышка", "Первый трест" һәм "Фармленд" компаниялары ярҙамында «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойоштора. Яҙғы байрамда тәмле ҡоймаҡ, конкурстар, халыҡ уйындары, ҡышты оҙатыу һәм коцерт буласаҡ. Шыныһы ҡыҙыҡлы, ҡоймаҡтарҙы билдәле һәм танылған кешеләр бешерә. Байрамда алынған килем 4 йәшлек София Гәрәеваға махсус коляска һатып алырға йүнәлтеләсәк.
Читайте нас: