Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтҡуллин һүҙҙәренсә, Сибайҙағы һуңғы ваҡиғалар атмосфера һауаһын артабан камиллаштырыу кәрәклеген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Әле Салауат һәм Сибай ҡалаларында һауаның бысраныуын контролдә тотоу өсөн автоматлаштырылған станциялар булдырыу эше алып барыла.
Былтыр Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы дүрт станцияға өҫтәп тағы икәү төҙөлдө – Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты биләмәһендә. 2017 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан һауаға ҡалдыҡтар сығарыу күләме буйынса Рәсәйҙә – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1284585-v-sibae-i-salavate-postroyat-avtomaticheskie-stantsii-kontrolya-zagryazneniya-vozdukha-/