Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2019, 00:45

Башҡортостанда башҡорт тоҡомло аттарын һаҡлауға йүнәлтелгән аҙымдар яһала

"Башҡорт өсөн ат - " барыһы ла". Ул - эшсе лә, яугир ҙа, байлыҡ та... Әлбиттә, хәҙер әһәмиәте үҙгәрҙе, әммә республикала ат малын элеккесә ныҡ яраталар. Ун меңләгән кеше үҙенсәлекле башҡорт тоҡомон үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эште мотлаҡ хуплаясаҡбыҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошолай тип яҙып сыҡты. Һәм башҡорт аттарын һаҡлауға йүнәлтелгән тәүге аҙым да яһалды.

24 мартта Таһир Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында республиканың 100 йыллығын байрам итеү уңайынан "Терра Башҡортостан" тип исемләнгән беренсе ат турниры була. Ярыштарҙың беренсе этабында Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан райондары командалары ҡатнаша. Төп үҙенсәлек шул: һуңғы урауҙа һыбайлылар аттарын алмашасаҡ. Турнирға аттар нисек һайлап алынасаҡ һәм тап башҡорт тоҡомлоһон нисек билдәләргә? Ғөмүмән, беҙҙә саф тоҡомло йылҡы малы күпме ҡалған?


"Белык" ҡушаматлы ат Илмирҙың йән дуҫы. Һабантуйҙарҙа ал бирмәгән юртаҡ менән улар тиҙҙән Өфөгә юлланасаҡ. Әле күләмле ярышҡа әҙерлек бара. Күнекмә урыны баҫыуҙа. Ҡар иреп бөтмәһә лә көн дә яртышар сәғәт бер нисә саҡрым сабып киләләр.


Таһир Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында ат турнирын уҙғарыу 24 мартҡа билдәләнгән. Әлшәй районынан 8 юртаҡ ҡатнашасаҡ. Ярышҡа тик башҡорт тоҡомлоһо ғына һайлап алынған. Ни өсөн Рәсәй буйынса даими ярыштарҙа призлы урындар яулаған таҙа тоҡомло йылҡылар ҡатнашмай? Сөнки, был малҡайҙар март айында ярышып өйрәнмәгән. Әлбиттә, сапҡанында шәп тә ул, тик йәрәхәт алыуҙары ихтимал, ә башҡорт аттары сыҙамлыраҡ.


Әммә шул китапҡа индерелгәндән алып башҡорт тоҡомон һаҡлау буйынса ниндәй саралар күрелгән? Ә бит республикала тотош йылҡысылыҡ советы теркәлгән. Эшләйме ул? Уның ҡарауы, башҡалар тик ятмай. Миҫалды ла оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Татарстан республикаһы. Башҡортостандан алып ҡайтҡан аттар хәҙер үрсеп дәүләт реестрына индерелгән. Татар тоҡомлоһо.


Ә ҡылыҡһырламаһы буйынса башҡорт йылҡыларына хас. Бер-нисә йыл эсендә генә теләгән тоҡом сығарыу мөмкин түгел, тигән фекерҙә белгестәр.


Халыҡ ижадында "сысҡан һыртлы" тип аталыуы башҡорт аттарының иң төп сифаттарының береһе һанала. Тышҡы ҡиәфәтенән тыш, төҫөн, физик күрһәткестәрен иҫәпкә алмағанда ла, сысҡан һыртлы һәм күбәләкле булыуы башҡорт атын мәҫәлән, ҡаҙаҡ һәм яҡут аттарынан айырып торған һәм уларҙың боронғолоғона ишара яһаған. Ошо үҙенсәлектәргә тап килгән йылҡылар тиҙҙән махсус чиптар менән иңләнәсәк. Яңы ҡулланылышҡа ингән алымдарҙың береһе малдың үҫеше, генетикаһын күҙәтеү яғынан да отошло.


Башҡорт тоҡомло аттарҙың да төрҙәре бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы тиерлек халыҡ ижады менән нығытылған. Ғөмүмән, тоҡом сығарыу күп йылдар, хатта быуат талап ителә. Билдәле граф Орлов рысак аты тоҡомона ғына 30 йылдан ашыу ваҡыт киткән. Тоҡомсолоҡ дәүләт тарафынан яҡлау табырға тейеш.


1985 – 2006 йылдарҙа Төркмәнстанды етәкләгән Сапарморат Ниязов үҙ заманында, ахалтекин тоҡомло төркмән аттарын сит илгә оҙатмаҫҡа, тигән ҡарар сығара. Бойороҡто инҡар итеүселәр хөкөм язаһына тарттырыла. 2006 йылда власҡа килгән Ҡорбануғлы Бирҙемөхәмәтов үҙенән алда килгән Президенттың ҡарарҙарын юҡҡа сығармай, киреһенсә, яңыларын өҫтәй. Ахал оазистарында ер йөҙөндәге иҫ киткес матур аттарҙы һаҡлау буйынса дәүләт ассоциацияһы төҙөлә, апрелдең һуңғы йәкшәмбеһе "Төркмән аты көнө" тип иғлан ителә.


Йырҙарға йырланған, риүәйәт-хийәкәттәрҙә данланған легендар Башҡорт тоҡомло аты ла яҡлауға мохтаж. Был йәһәттән, республика етәкселеге яғынан яңы аҙым яһалды. Радий Хәбиров үҙ социаль селтәрендә, Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү уңайынан турнир ойоштороласағын белдерҙе.


"Төбәктә ун меңләгән кеше үҙенсәлекле башҡорт тоҡомон үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эште мотлаҡ хуплаясаҡбыҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең турнир, әлбиттә, рәсми түгел, аттарыбыҙ донъя рекордын да ҡуймаясаҡ, әммә бындай сара һәр ваҡыт - ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: