Ведомстволарҙың иғтибары балаларҙы ташыуҙы ойоштороуға йүнәлтелә, уҡыусылар күп йыйылған урындарҙа ЮХХДИ-һы постары ҡуйыла. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар ойоштора.
«Балаларҙың юл фажиғәләрендә зыян күреүе йыш күҙәтелә. Бөгөнгә республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 77 автоавария теркәлгән. Уларҙа ике бала һәләк булған, 86-һы йәрәхәтләнгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1285939-gosavtoinspektsiya-bashkirii-soobshchila-o-starte-profilakticheskoy-operatsii-vnimanie-deti-/