Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2019, 00:25

Рәсәйҙең эске эштәр министрлығы тарафынан кешеләр өсөн хәүефле эттәр исемлеге төҙөлә

Был аҙнала алабай тоҡомло эттең ҡыҙ балаға ташланыуы йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырҙы. Мәләүез районында йорт хайуаны баланың ҡолағын йолҡоп ала. Күп тә үтмәй баш ҡаланың Ноғай ауылында малайға эт ташланыуы тураһында билдәле булды. Һәм был күренештәрҙең барыһы ла хоҡуҡ һаҡлау органдарының хәүефле тип һаналған эттәр исемлеге төҙөү һәм уларға айырым талаптар булдырыу фонында.

Әйтерһең дә хайуандар шуны ғына көтөп торған. Әгәр ҙә беренсе осраҡтағы урта азия овчаркаһы исемлеккә индерелһә, икенсе ваҡиғала ташланған эт тормошо бер ниндәй ҙә ҡағиҙәләр менән көйләнмәй. Ул берәҙәк һәм закон юҡ. Ә бит күп осраҡта тап йортһоҙ хайуандар кешеләргә ташлана. Гөлназ Хәйбуллина теманы дауам итә.

Иғтибарлап ҡараһа, алабай баланы йығып һалған. Мәҙинә Ҡунаҡбаева автомобилендә эшкә китеп барғанда үҙе лә аңғармаҫтан ун йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡара.

Осраҡ Мәләүез районы Ергән ауылында теркәлә. Кадрҙарҙан күренеүенсә, машинаның сигналы эттең иғтибарын ситкә йүнәлтә. Уҫал йорт хайуаны ҡамауына эләккән Элина үҙен ҡулға алып, автомобилгә йүгерә.


Мәҙинә Ҡунаҡбаева: “Машинаға ултырҙы инде, шунан мин уны алып барҙым өйөнә, "Тиҙ ярҙам" машинаһын, полицияны саҡырҙым. Әсәһенә баланы тапшырҙым”, Флүрә Ибраһимова ейәнсәрен күргәс, саҡ иҫен юғалтмай...Ҡыҙ үкһеп илай, һыҙланыуҙарға түҙә алмай. Элинаға Мәләүез табиптары тиҙ арала операция яһап, ҡолағын тегә. Артабан бала Өфө дауаханаһына оҙатыла.


Флүрә Ибраһимова, Элинаның өләсәһе: “Ҡолағы ишетеүен-ишетә, ә бына нервыһына, психикаһына нисек булыр... Ҡыйын булды инде, ҡыйын. Ныҡ ауыр хәл булды, өсөнсө көн утта яндыҡ, утта”.


Урта Азия овчаркаһы ихатала бәйҙә торған була, бәлә көнө нисектер ысҡынып балаға ташланған. Әйткәндәй, йорт хайуаны быға тиклем дә урам халҡын ҡурҡытып тотҡан. Күрше йортта йәшәүсе ҡатын да ике тапҡыр унан көскә ҡотолған.


Гөлшат Фадеева: “Выскочил и на меня кинулся, во весь Зирган кричали. Потом хозяин услышал крик, вышел и собаку взял и ушел, а второй раз было в этом году 7 марта”.


Бала менән теркәлгән күңелһеҙ осраҡтан һуң ғына этте йоҡлаталар. Әлегә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан осраҡ буйынса тикшереү эштәре ойошторола. Уның һөҙөмтәһе буйынса алабай хужаһына ҡарата законға ярашлы ҡарар сығарыласаҡ.

Эт кешенең иң яҡын дуҫы тиҙәр. Ышаныс һәм тоғролоҡ төшөнсәләре нигеҙе. Әгәр ҙә ҡулға эйәләштергән хайуан икенсе кешеләргә ташлана, тешләшә икән, тимәк, уға дөрөҫ тәрбиә бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта берәҙәк эттәр хаҡында ла оноторға ярамай. Улар ҙа бит йәшәү шарттарына бәйле ауыл-ҡалаларҙан китеп, ҡырағайға әйләнеп бара.

Берәҙәк эттәр төрлө ауырыу таратыусы сығанаҡ та булыуы ихтимал. Уларҙан хәүеф тағы ла юғарыраҡ. Был аҙнала 12 йәшлек Миша ла хужаһыҙ йөрөгән эт ҡорбанына әйләнә. Үҫмерҙең ике аяғы ла йәрәхәтләнгән. Һаман шаңҡыу хәлендә


Михаил Маковеев, зыян күреүсе: “Шел по улице, она подошла сзади и начала кусать, я спрятал руки и начал звать на помощь”.

Мишаның бәләгә тарыуын тәүгеләрҙән булып дуҫы Кирилл күреп ҡала. Малай юғалып ҡалмай, өйгә йүгереп инеп, әсәһен ярҙамға саҡыра. Билдәле булыуынса, әлегә махсус хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре урамда йөрөгән берәҙәк этте тотмаған.


Алёна Маковеева, Михаилдың әсәһе: “Пришлось приобрести средство от агрессивных животных, теперь буду встречать детей со школы только с этим”.

Яңыраҡ Рәсәйҙең эске эштәр министрлығы тарафынан кешеләр өсөн хәүефле эттәр исемлеге төҙөлә. Әлегә документ ҡарала ғына. Әгәр ҙә ул үҙ көсөнә инһә, тоҡомло 69 эт, шул иҫәптән кавказ, урта Азия овчаркаларын, хужалары йәмәғәт урындарында морондоҡта һәм ҡыҫҡа теҙгендә генә йөрөтөргә тейеш буласаҡ. Һорау тыуа. Тимәк, был хайуандарҙың барыһы ла хәүеф менән янаймы?! Башҡортостан кинологтары исемлек менән риза түгел.


Алексей Барабанщиков, кинолог: “Само название списка оно некорректно. Список потенциально опасных пород собак. Опасной может быть конкретначя особь. Хоть чихуахуа, хоть алабай”.

Елена Ибраһимова, Башҡортостандың кинологтар федерацияһы инструкторы: “Покусать может и мелкая собака, а крупная собака в основном пугает видом”.


Кинологтар билдәләүенсә, төп хәүеф эйәһеҙ эттәрҙән килә. Йәмғиәткә бөтөнләй өйрәнмәгәндәр. Шуға уларҙың үрсеүенә юл ҡуйырға ярамай. Түлһеҙләндереү - берҙән -бер көрәш ысулы.

Әйткәндәй, республика йорт хайуандарына идентификация үткәреү буйынса пилот төбәк булараҡ сығыш яһай.


Линар Йыһаншин, Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе: “Берәҙәк эттәр ҡолаҡтарына бирка ҡуйыласаҡ. Ул йыл һайын төрлө төҫтә буласаҡ. Әйтәйек, быйыл һары төҫлө ҡуйылһа, икенсе йыл ҡыҙыл йә күк. Ул төҫ буйынса беҙ беләсәкбеҙ - эттәрҙе тотҡандармы, стерилизация, вакцинация үткәргәндәрме икән”.


Был аҙнала эттәрҙән зыян күреүсе балаларға оҙайлы дауалау курсы үтергә тура киләсәк. Ҡотороу сиренә ҡаршы прививка алыуҙан тыш, улар менән психолог эшләйәсәк. Ике осраҡта ла балалар урамда яңғыҙ китеп барған. Бәхеттәренә, өлкәндәр килеп сыға. Юғиһә, тән йәрәхәттәре күпкә ауырыраҡ булыр ине.



Читайте нас: