Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2019, 00:39

Рәсәйҙә күп балалы ата-әсәләрҙе ял итергә ебәреү күҙаллана

Рәсәйҙә отпуск сертификаттары барлыҡҡа киләсәк. Был һорау Мәғариф министрлығында тикшерелде. Яңы программа раҫланған осраҡта, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, шулай уҡ, инвалид-бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр балалары менән бергә Рәсәй шифаханаларында ял итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында, дәүләт ҡаҙнаһынан йыл һайын яҡынса һикһән миллиард һум аҡса бүленәсәк. Һәр йыл бер миллион тирәһе ғаилә ял программаһы менән ҡуллана аласаҡ.

Әлеге ваҡытта яңы программаға инәсәк ғаиләләр категорияһы билдәләнә.


Бындай сертификаттарҙың барлыҡҡа килеүе күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ял итеү мөмкинлеге биреүҙән тыш, уларҙың эске туризмы үҫешенә тәьҫир итәсәк.

Ирина Волынец, Милли ата-әсәләр комитеты башлығы.
Читайте нас: