Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2019, 12:13

Һанлы приставка һатып алған 67 ғаилә сығымдары өсөн компенсация ҡайтарған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, февралдә ҡабул ителгән Хөкүмәт ҡарары буйынса, айырым категория граждандар федераль өҫтәмә түләүҙәргә хоҡуҡлы пенсионерҙар һәм балаларына айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр был мөмкинлеккә эйә.

Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылынан Туҡаевтар ғаиләһе рәхәтләнеп телевизор ҡарай. Элек өс-биш кенә канал күрһәтһә, хәҙер һанлы приставка менән уларҙың һаны егермегә еткән. Махсус ҡоролма мең ярым һумға һатып алына, сумманың бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан ҡаплана.


Гөлфиә Туҡаева: “Ауыл советынан беҙгә шылтыраттылар ҙа аҡсаны кире ҡайтарып була тинеләр. Беҙ барлыҡ документтарҙы йыйып, күп функциялы үҙәккә юлландыҡ”.


Компенсацияға балалары өсөн пособие алған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, хаҡлы ялдағылар дәғүә итә ала. Бәхетле исемлеккә тәүгеләрҙән булып Ниғмәтуллиндар ғаиләһе лә эләккән.


Әлфирә Ниғмәтуллина: “Алдыҡ приставка 1190 һумға, күп функциялы үҙәккә барҙыҡ. Бишенсе март аҡсаһы төштө. Балалар ҡыуана, шатлана, әкиәт ҡарайҙар”.


Телевизор өсөн махсус ҡоролма һатып алған компенсация күләме мең һумдан ашмай. Әлегә сығымдарҙы ҡаплатыуға өс йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 67-нә түләүҙәр башҡарылған. Аҡсаны ҡайтарыуға бәйле ҡарарҙы республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге ҡабул итә.


Роза Кузьменко, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: “Республика ҡаҙнаһынан ярҙам алыу өсөн граждандарға паспорт, һатып алынған приставканың техник документы, чектар һәм аҡса күсереү өсөн иҫәп күрһәтеү кәрәк буласаҡ”.


2014 йылға тиклем сығарылған телевизорҙарға антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Электроника магазиндарында махсус ҡулайламаның хаҡы 700-2000 һум. Телевизорҙы көйләгәндә 20 канал менән бер рәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһын да ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: