1-се аҙым. Ғариза һәм йыйылыш.
Программала ремонт талап ителгән һәр күп ҡатлы йорт ҡатнаша ала.
Тәү сиратта, милекселәрҙең йыйылышын үткәрергә, был сараға урындағы хакимиәт һәм идарасы компания вәкилдәрен саҡырырға кәрәк. Шуны белеү мөһим: дөйөм торлаҡ майҙанының өстән ике өлөшөнөң милекселәре ҡатнашҡан осраҡта ғына йыйылыш хоҡуҡи көскә эйә тип билдәләнә. Әгәр йорттағы фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 1000 квадрат метр тәшкил итһә, шуның кәм тигәндә 667 квадрат метрының хужалары йыйылышта ҡатнашырға тейеш. Был осраҡта һәр бер кеше әһәмиәткә эйә!
Йыйылышта ҡатнашыусылар ниндәй эш төрҙәрен һайларға, стеналарҙы ниндәй төҫкә буярға, өҫтәмә эштәр башҡарыу кәрәкме-юҡмы икәнен асыҡлай, шулай уҡ торлаҡ милекселәре араһынан эштәр барышын контролдә тотасаҡ һәм ремонт тамамланғас, акттарға ҡул ҡуясаҡ ышаныслы кеше билдәләй.
Йыйылыштың протокол бланктарын үҙегеҙҙең идарасы компаниянан алығыҙ. Уны урындағы хакимиәткә тапшырырға кәрәк буласаҡ. Унда булдырылған махсус комиссия һәр ғаризаны ҡарап, подъезға ремонт яһауға ихтыяжды һәм уны башҡарыу ваҡытын билдәләй.
Бында ике нәмәгә иғтибар бирелә: йорттоң техник торошо һәм ремонттың һуңғы тапҡыр ҡасан эшләнеүе. Нормативтарға ярашлы, подъезд биш йылға бер тапҡыр төҙөкләндерелергә тейеш. Эштәрҙең заказсыһы – «Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы» программаны планға ярашлы алып барылған капиталь ремонт менән сағыштырырға тейеш. Был бөгөн подъезды матурлап, иртәгәһенә унда сымдарҙы һәм торбаларҙы алмаштырыу кеүек эштәр башҡарылмаһын өсөн эшләнә.
Быйылғы йылға ҡатнашыусылар билдәләнгән, был исемлектәр менән һәр кем үҙ ҡалаһының йәки районының сайтындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегендә таныша ала. Әлегә программаға ике, биш һәм туғыҙ ҡатлы йорттар ғына эләккән. Башҡа бейеклектәге йорттарҙы 2020 һәм артабанғы йылдарҙың ремонт планына индереү күҙаллана. Киләһе йылға исемлек быйыл йәйгеһен төҙөләсәк. Унда тәү сиратта быйыл йыйылыш уҙғарып та, программаға ҡушыла алмаған йорттар индереләсәк, әлбиттә, подъезд тороштары ла иҫәпкә алынасаҡ. Әгәр киләһе йылда подъезығыҙҙың яңы төҫ алыуын теләйһегеҙ икән, был эшкә ныҡлап тотоноғоҙ, әлегә ваҡыт бар.
Был хаҡта оҙон һөйләп тормайбыҙ. Ҡатнашыу тулыһынса бушлай, бөтә сығымдар бюджет иҫәбенә башҡарыла. Торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта өҫтәмә эштәр башҡарыуҙы һорауы ихтимал. Мәҫәлән, сүп-сар торбаһын ябыу. Идарасы компания эштең хаҡын билдәләп, иҫәп-хисап төҙөй ала. Ҡайҙан аҡса табыуҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Уны үҙаллы йыйырға мөмкин, шулай уҡ идарасы компания сығымдарҙы түләү квитанцияларына индерә ала.