Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2019, 14:08

Юлсыларға рәхмәт әйтәләр

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов исеменә хат килде. Юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығына рәхмәт белдерә автор был хатында.

“Һаумыһығыҙ, Владимир Иванович! Мин ҡалала төрлө етәкселәр заманында йәшәнем, күпте күрергә тура килде. Әммә 2017 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем ҡала тик яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, тип уйлайым.
Юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы ярҙамында ҡалала ҡарт ағастар киҫелә, йәйен сәскәләр ултыртыла, көҙөн урамдар ҡороған япраҡтарҙан таҙартыла. Ә ҡышын улар урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бар көсөн һала.
Владимир Иванович, Һеҙ был коллективты һәм уның етәксеһен билдәләп үтерһегеҙ, тип ышанам!” – тип яҙа Татьяна Очереднюк.
Читайте нас: