Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2019, 16:47

Иң яҡшы 205 студентҡа Башҡортостан Башлығы стипендияһы бирелә

Башҡортостан Башлығының яҡшы уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға стипендиялар тураһындағы указы баҫылды. 2019 йылдың 1 сентябренә 205 стипендия тәғәйенләнә.

Аспиранттарға — 8050 һумлыҡ 30 стипендия, республиканың дәүләт вуздары студенттарына — 5750 һумлыҡ 50, дәүләт урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 2300 һумлыҡ 125 стипендия ҡаралған.
Түләүҙәрҙе Мәғариф министрлығының тәҡдиме менән хөкүмәт тәғәйенләй.
http://www.bashinform.ru/news/1286929-stipendiy-glavy-bashkirii-dlya-luchshikh-studentov-budet-205/
Читайте нас: