Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2019, 16:07

Радий Хәбиров Башҡортостанда генераль йыйыштырыу үткәрергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала генераль йыйыштырыу үткәрергә тәҡдим итте.

«Халыҡ уңайлы, тыныс, имен мөхиттә йәшәүгә лайыҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп республикала генераль йыйыштырыу үткәрәйек. Беҙҙең идара итеү командаһында ҡалаларыбыҙ, ҡасабаларыбыҙ, биләләребеҙ ныҡ таҙа булырға тигән идея бар. Шуға күрә һөнәри нигеҙҙә өмәләрҙе тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иттек тә инде», — тип белдерҙе Радий Хәбиров, Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам сараһында сығыш яһап.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, ауыр, ҡарлы ҡышҡа ҡарамаҫтан, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре алдарына ҡуйылған бурысты башҡарып сыға алды. «Бер ниндәй ҙә коллапс булманы», ҡала эшләне.
Уның фекеренсә, баш ҡалабыҙҙың киләһе ҡышты «тулы әҙерлек менән ҡаршы алыу өсөн» ҡеүәте бар.
«Мин Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән республика хөкүмәтенең ҡалаға ҡыш көнө генә түгел, яҙғыһын да, быйыл йәйгеһен дә һәйбәт эшләү өсөн кәрәкле техника һәм ҡорамал һатып алырға ярҙам итеү өсөн финанс документтарын әҙерләүе тураһында килешеүҙәрҙе йәнә раҫлайым», — тип өҫтәне ул.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ алдында торған мөһим бурыстар иҫәбендә Радий Хәбиров уңайлы ҡала мөхитен, яңы парковка зоналарын булдырыу, шулай уҡ Өфө урамдарын яҡтыртыуҙы яҡшыртыу сараларын үткәреү менән бәйле программаларҙы билдәләне.
«Ҡалабыҙ ҡараңғы, ә яҡтылыҡ булырға тейеш. Ҡаланы яҡтыртыуға байтаҡ аҡса бүленде. Был тәүге аҙым ғына. Һуңғараҡ заманса архитектура дизайнына күсергә кәрәк, сөнки ҡала яҡты булыуҙан тыш, үҙенең яңылығы менән дә айырылып торорға тейеш, — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. — Үҙем Өфөлә тыумаһам да, ғүмеремдең күп өлөшө ошо ҡалала үтте. Өфөнө бик яратам һәм республикабыҙҙың баш ҡалаһы Рәсәйҙең иң матур һәм төҙөк ҡалаларының береһе булыу өсөн уникаль, ҙур ҡеүәткә эйә тип иҫәпләйем. Шуға күрә һеҙгә шуны әйтәм: ҡалабыҙ Рәсәйҙә уңайлылыҡ, ҡала мөхитендә йәшәү буйынса иң яҡшыһы булырға тейеш».
Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» исеменә, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына һәм Өфө хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Уларҙы Радий Хәбиров менән Өлфәт Мостафин тапшырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1286248-radiy-khabirov-predlozhil-provesti-generalnuyu-uborku-v-bashkirii/
Читайте нас: