Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2019, 18:34
Төбәктә тар йүнәлешле белгестәргә сират кәмей
Башҡортостанда тар белгестәргә яҙылыуҙы ябайлаштыралар. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған «Табипҡа яҙылыуҙы алып барыу эшен оптималләштереү тураһында»ғы яңы бойороҡҡа ярашлы, төбәктә махсус саралар тормошҡа ашырыла.
Хирургтар, терапевтар, акушер-гинекологтар, психиатрҙар, стоматологтар, дерматовенерологтар, фтизиатрҙар, отоларингологтар, педиатрҙарҙың — бөтәһе 18 тар йүнәлешле белгестең аныҡ теҙмәһе булдырыла.
Теҙмәгә үҙгәрештәр индерелә, белгестәрҙең эшен баш табип үҙе контролдә тота һәм аҙна һайын табиптың ҡабул иткәнен көтөү ваҡыты тураһында отчет бирә.
Тәҡдимдәр 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Тиҙҙән һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин яңы документҡа ҡул ҡуйырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1286987-v-bashkirii-umenshitsya-ochered-k-uzkim-spetsialistam-/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы