Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2019, 12:46

44 мең башҡорттоң фекерен кем еткерер?

Республиканың 100 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының киңәй-телгән ултырышы үтте. Ултырышта төп мәсьәлә булып йәй уҙғарыласаҡ 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау булды. Әммә тарихи ваҡиға – Рәсәй картаһындағы тәүге автономиялы республика барлыҡҡа килеүе лә сарала ҡатнашыусыларҙың иғти-барынан ситтә ҡалманы, бөгөнгө йәшәйешебеҙ, киләсәк хаҡында ла һөйләшелде, әлбиттә.

Сарала Стәрлетамаҡ ҡала хаки-миәте башлығы урынбаҫары – Альберт Шәйхетдинов менән Рөстәм Рахманғо-лов та ҡатнашты. Шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, тарихсы-журналист Салауат Хәмиҙуллин, яҙыусы Флүр Ғәлимов сығыш яһаны. Мәҫәлән, Альберт Наил улы ҡоролтайҙың ҡалала төрлө милләттәрҙең татыу йәшәүендәге баһалап бөткөһөҙ ролен билдәләһә, бына Заһир Закир улы:
– Башҡорт телен өйрәнеүҙе белем биреү өлкәһендәге федераль стандарттар сикләй тигән фекер – төплө хата, уны (телде) данлау үҙебеҙҙең һәммәбеҙгә бәйле, – тип ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереп үтте.
Төп сығышта “Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитетының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе Ләйсән Йосопова 2015-2019 йылдарҙа урындағы ҡоролтай башҡарған эштәр менән таныштырып үтте. Башҡарылған эштәрҙе сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан яҡшы тип баһаланы. Ҡоролтайҙың бер нисә йыл ҡылған ғәмәлдәре бындай баһаға, ысынлап та, лайыҡтыр: башҡорт донъяһында “Етегән” байрамы ойошто-роу һәм уны бар республикаға таратыу, республика юбилейына арнап халыҡ-ара конференция уҙғарыу, шәхестәребеҙ-ҙең исемдәрен мәңгеләштереү, данын таратыу, байрамдарҙы ойоштороуҙа өлөш индереү... Хәйер, барыһын да атап сығырлыҡ та түгел. Иң мөһиме, докладсы ауыҙынан тәү ҡарашҡа ябай, әммә, уйлай китһәк, бик тә мөһим һүҙҙәр яңғыраны:
– Ошо эштәрҙе беҙ урындағы власть, ағинәйҙәр ҡоро, йәштәр ҡоролтайы, “Ашҡаҙар” гәзите, яҙыусылар ойошмаһы, уҡытыусылар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, китапхана, ата-әсәләр менән бергәләп башҡарабыҙ, – тине Ләйсән Йәркәй ҡыҙы. Башҡа ҡайһы бер район-ҡалаларҙа әлегеләй ойошмалар “Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош” кеүек донъя көтөп ятҡанда, ҡала башҡорттарының берҙәм булып ҡалыуы ҡиммәт, әлбиттә.
...Һуңынан сарала ҡатнашыусылар 1919 йылдан 1922 йылға тиклем беренсе автономиялы республиканың резиденцияһы урынлашҡан К.Маркс урамындағы тарихи бинаға килде. Был бинаға Зәки Вәлиди һәм Муллаян Халиҡовҡа таҡтаташ ҡуйылған. Таҡтаташҡа сәскәләр һалғандан һуң, Салауат Хәмиҙуллин үткән тарихи ваҡиғаларға байҡау яһаны.
Ултырышта буласаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 11 делегат һайланды. Делегаттарҙы төрлө өлкәлә эшләүсе зыялылар тәшкил итте. Улар араһында йәш быуын вәкилдәре булыуы ла ҡыуандыра. Эйе, делегаттар һайланды. Тик бының менән генә эш бөтмәй әле. Ҡоролтайға барыу – ҡымыҙ эсеп, ҡурай тыңлап ҡына ҡайтыу түгел шул, ҡалала йәшәгән 44 мең башҡорттоң фекерен дә еткерергә кәрәк, халҡыбыҙҙы үҫтереүҙә булышлыҡ итерлек эшлекле тәҡдимдәр ҙә булдырырға тигән бурыс ҡуйыла.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: