Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 14:03

«Тимер сымдар» артында ҡояш бармы?

Көн дә ҡояш сыға, ҡояш бата… Мостай Кәрим әйтмешләй, «беҙ ерҙең ҡояшлы яғында йәшәйбеҙ». Ә ҡалабыҙҙың «Первомай-ский» туҡталышында төшөп, «Строймаш» яғына бер аҙ атлаһаҡ, эргәбеҙҙә генә бөтөнләй икенсе донъялар барлығын шәйләйәсәкбеҙ. Шуларҙың береһе – 21-се колония... Хәйер, уны “ҡояшһыҙ яҡ” тип атап буламы икән? Ошо хаҡта киске дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы мөдире Булат Ғәҙелхаҡ улы БАЙМОРАТОВ менән һөйләштек.

Уға ғүмере буйы Мебельный ҡасабаһында урынлашҡан балалар колонияһында, СИЗО-ла эшләргә тура килгән. Хәрби пенсионерға 2010 йылдың авгусында Стәрлетамаҡ ко-лонияларындағы тотҡондарҙы уҡытыу өсөн мәктәпте етәкләргә тәҡдим итәләр. Етәкләү генә түгел, Булат Ғәҙелхаҡ улы уны ойоштороуҙа ҡатнаша. Бында 20 уҡытыусы һәм хеҙмәткәрҙәр эшләй. Был системаға эшкә килгәнсе директор Күгәрсен районында 1980-1993 йылдарға тиклем уҡытыусы булып эшләгәнгә күрә, мәғариф системаһы уға ят булмай. Тиҙ генә ваҡыт эсендә мәктәп йыһаздарын таба, йәштәрҙән торған уҡытыусылар коллективы булдыра. Шулай “тимер сымдар артындағыларға” белем бирә башлай улар.
Әлбиттә, тотҡондарҙың урлашып, бер йылға ултырғандары ла, кеше үлтереп, 24 йылға тиклем хөкөмгә тарттырылғандары ла бар. Шуға барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә. Милләттәренә килгәндә, урыҫтар ҙа, башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, чечен, үзбәк, таджик, сегәндәр ҙә “енәйәтсе” тигән “флаг” аҫтында уртаҡ һурпа һемереп, уртаҡ яҙмыш кисерә. Ләкин ниндәй генә фажиғәле яҙмыш булмаһын, йөрәк енәйәтселәрҙе барыбер ҡабул итә алмай шул. Килешәһегеҙме? Кеше өлөшөн «ашап» хөкөм ителгән хисапсымы ул, иҫерек килеш руль артына ултырып, кеше тапатҡан водителме, ғүмер ҡыйған наркоманмы, күмәкләп киоск талап, иптәштәрен ҡурсалап, бар ғәйепте үҙ өҫтөнә алған үҫмерме, яңы тыуған балаһын быуып йәки тонсоҡтороп үлтергән ҡатынмы, еләктәй балаларҙы көсләгән енәйәтсеме – закон алдында барыһы ла тигеҙ яуап бирә. Тик шуларҙың 18-30 йәштәгеләре генә бында белем алырға, һөнәр үҙләштерергә хоҡуҡлы булып сыға.
Араларында уҡырға тырышҡандары ла, ҡул һелтәп, бармаҡ аша ҡарағандары ла бар икән хөкөм ителеүселәрҙең. Дистанцион белем алып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәр ҙә юҡ түгел. Бигерәк тә улар һүрәт төшөрөү, көнүҙәк темаларға инша, шиғырҙар яҙып, төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән осраҡтар ҙа етерлек. Уҡыу алдынғылары хатта ваҡытынан алда төрмәнән ҡотолорға өмөт итә ала. Тимәк, ҡайҙа ла кеше үҙ «ҡояшын» тәү сиратта үҙе булдыра. Артыңда ниндәй эҙ ярылып ятыуға ҡарамаҫтан, хаталарыңды төҙәтергә, саҡ ҡына булһа ла гонаһтарыңды еңеләйтергә Хоҙай Тәғәлә барыбер мөмкинлек бирә.
– Ә холоҡ төҙәтеү колонияһынан сыҡҡандар аҙаҡ һеҙҙе таныймы һуң? – тип һорамайынса булдыра алманым әңгәмәсемдән.
– Мәләүездә баҙарҙа йөрөгәндә үҙ эшен асҡан берәү килеп өндәшкәс, аптырап киттем, Өфөлә кафела ултырғанда икенсе берәү килеп һүҙ ҡушты, хатта Ырымбурҙа китеп барғанда осрап таныусы булды. Барыһы ла «тимер сымдар» артындағы тәрбиә өсөн рәхмәт әйтә, өсөһө лә ғаилә ҡороп, үҙ эштәрен асып, матур донъя ҡорғандар, – тип шатлыҡлы хәбәрҙәре менән дә уртаҡлашты Булат Ғәҙелхаҡ улы.
Әйткәндәй, уның тормош иптәше Хәҙисә Юлдаш ҡыҙы ла ошо системала эшләп, кесе инспектор булған. Улдары Мансур ҙа – отставкалағы майор. Уйлай китһәң, тимер сымдарҙың был яғында ғына түгел, артында ла династиялар була бит әле. Бында олатаһы, атаһы һәм үҙе килеп эләккәндәр ҙә бар икән. Нисек кенә булмаһын, ниндәй генә яҡшы шарттар тыуҙырылһа ла, иректәренән мәхрүм ителгәндәрҙең яҙмышы-на беҙ барыбер «ташҡа үлсәйем» тип ҡарайбыҙ. Һәм дөрөҫ эшләйбеҙ.
– Маңлайға яҙылған яҙмышты үҙгәртә алмаһаҡ та, яҡты донъяға кеше булып килгәнбеҙ икән, кеше булып йәшәргә тейешбеҙ! Ә кеше булып ҡалыр өсөн тормош ҡанундарына буйһоноп, бары тик тәртип боҙмайынса йәшәргә генә кәрәк, – ошондай һүҙҙәр менән тамамланды Булат Байморатов менән осрашыу.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: