Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 13:56

Йөҙ мең биреп ҡотолорға уйлаған

Стәрлетамаҡтағы сауҙа үҙәктәренең береһендә иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә билдәле исем (бренд) аҫтында контрафакт тауар һатыу осрағын асыҡлаған.

Законһыҙ сауҙа итеүсе эшҡыуар эште яйға һалыу өсөн полиция хеҙмәткәренә 100 мең һум ришүәт тәҡдим иткән. Тик полиция хеҙмәткәре намыҫына тоғро ҡала. Ул законһыҙ аҡса биреү осрағын теркәп, үҙенең етәксеһенә хәбәр итә.
Әлеге мәлдә был ваҡиғаға бәйле тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Эшҡыуарға бер миллиондан алып ике миллионға тиклем йәки ришүәттең суммаһын 50, 70 тапҡырға арттырылған штраф һәм биш йылға тиклем вазифа биләүҙә тыйыу, йәиһә биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да асыҡлана, тиҙәр. Шул ҡырын эшен ҡырҡ тапҡыр ҡатмарлаштырыусылар ҙа табылып тора.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: