28 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары үҙҙәренең сираттағы пленар ултырышында республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Газондарҙа, сәскәлектәрҙә, башҡа йәшелләндерелгән биләмәләрҙә, балалар, спорт майҙансыҡтарында транспортты ҡалдырып киткән, шулай уҡ ошо биләмәләр буйлап үткән өсөн яуаплылыҡ билдәләнә.
«Газондағы парковка проблемаһы тәүге йыл ғына тикшерелмәй. Был — халыҡтың да, власть органдарының да ризаһыҙлығын тыуҙырған ҙур етешһеҙлек. Төрлө кимәлдәге депутаттарға һайлаусыларҙан ялыуҙар йыш килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем ғәмәлдә булған закондар ғәйеплеләрҙе һөҙөмтәле язаға тарттыра алманы. Штрафтар судта ҡаралып кире ҡағылды, закон боҙоусылар яуаплылыҡтан ҡасты. Проблема федераль һәм республика ҡануниәтендә газон төшөнсәһенең нығытылмауына бәйле ине. Хәҙер республика парламентарийҙарына күптән борсоған темаға нөктә ҡуйырға кәрәк. Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән закон әҙерләнгән», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.