Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 12:41

Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡоролмаһының ваҡытында хәүеф тураһында белдереүенән 47 баланың ғүмере ҡотҡарылған

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу эше һөҙөмтәләре ҡаралды. Радий Хәбиров алты муниципалитет етәксеһенә апрель аҙағына тиклем был өлкәләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә күрһәтмә бирҙе.

Башҡортостанда йәш балалы ғаиләләргә бөтәһе 31 мең янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тапшырылған. Ә Дыуан, Учалы, Миәкә, Краснокама райондары һәм Салауат, Октябрьский ҡалаларында тейешле ҡоролмалар менән тәьмин итеү эше етерлек кимәлдә ойошторолмаған тип билдәләнде. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был муниципалитеттарҙың етәкселәренә мәсьәләнең үтәлешен апрель аҙағына тиклем хәл итергә бойороҡ бирҙе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, социаль хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләрҙең йорттарында ут тоҡаныу осраҡтары айырыуса йыш күҙәтелә. Был төркөмгә ул аҙ тәьмин ителгән һәм спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан кешеләрҙе индерә. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың өйҙәрендә электр сымдары иҫкергән йә йылытыу системаһы ла тейешле кимәлдә эшләмәй, ти ул. Муниципалитеттар оло йәштәге кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр эҙләй.
Башҡортостанда йыл башынан утта 91 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был үткән йылғы ошо осорға ҡарағанда, 22 осраҡҡа күберәк. Радий Хәбиров белгестәрҙең апрель башына тиклем янғын сығыу сәбәптәрен ентекле өйрәнеүҙе һәм көрәш алымдарын тәҡдим итеүҙәрен һораны. Халыҡ мәҡәле һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай тиһә лә, белгестәр һыу баҫыу ихтималлылығына ла етди әҙерлек алып бара. Йылғалар быйыл бер нисә көнгә иртәрәк боҙҙан әрселәсәк, тип күҙаллана.
Вилора Горохольская, Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡтың мониторингы идаралығы етәксеһе: “Республика йылғалары апрелдең тәүге ун көнөндә боҙҙан асыла башлай. Был 2 апрелдән ун туғыҙына тиклем дауам итер, тип көтлә. Тау һәм дала йылғаларында һыуҙың иң юғары нөктәһе күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ярашлы уртаса күрһәткестәргә яҡын буласаҡ. Ҙур йылғаларҙа хатта 100 см-ға тиклем түбән булыуы көтөлә”.
Инвестиция сәғәттәре тура эфирҙа. Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә инвесторҙар менән осрашыуҙарҙы мөмкин тиклем асыҡ итеү бурысын ҡуйҙы. 16 майҙан муниципалитеттарҙа ойошторолған инвестиция сәғәттәре лә онлайн режимда күрһәтелә башлай.
6 апрель республика халҡы тәүге экологик өмәгә сығасаҡ. Ә икенсе өмә 20-һенән 27 апрелгә күсерелә. Өмә менән бер рәттән, был көндә "Йәшел Башҡортостан" акцияһы планлаштырыла. Активистар 60 майҙансыҡта 1 миллион төп үҫенте ултыртасаҡ. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фазрахманов әйтеүенсә,20 апрелдән урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ башлана.
Һан менән түгел, сифат менән алдырайыҡ, тине Радий Хәбиров. Быйыл ул йәш сибек үҫентеләр түгел, ә ҙурыраҡ ағастар ултыртырға саҡыра. 20 майға тиклем бөтәһе 30 миллион төп ағас ултыртыласаҡ.
https://bash.news/news/92676_bashortostanda_yanyn_ikrte_orolmayny_vaytynda_xef_turaynda_beldereenn_47_balany_mere_otarylan?lang=bash
Читайте нас: