Янғын ялмап алһа, ҡайҙа ҡасырға белмәҫһең, ә бына йоҡлап ятҡанда төтөн еҫенә ағыуланып ни булғанын аңламай ҙа ҡалыуың мөмкин. Ҡаланың Граждандар урамындағы 41-се йортҡа ла ошондай бәлә килә, һиҙгер күршеләр булмаһа, 90 йәшлек әбей ут аҫтында харап булыуы мөмкин ине. Инәй – оло йәштә, етмәһә, ишек ҡыңғырауы ла эшләмәгән. Шуға бер
генә юл ҡала – ишекте ватып инергә, ә төтөн был ваҡытта таралғандан-тарала...
Егеттәр күршеһен ҡотҡарыу өсөн ике вариантты һайлай: Рим ишекте ҡайырып асырға уйлаһа, Руслан инәйҙең икенсе ҡатта ғына урынлашҡан фатирына балкон аша инеп ҡарамаҡсы була. Ошо маҡсатта Рим келәтенә лом артынан йүгерә, Руслан беренсе ҡаттағы магазин башына менеп китә.
– Балкон быялаһын ватып инермен тиһәм, асылмалы тәҙрәне эткәс, ул асылып китте, балконға төшкәс, ҡараһам, уның да ишеге асыҡ. Фатирға тиҙ килеп индем, ә бына артабан ҡайҙа ҡараһаң да төтөн, саҡ сыға торған ишекте эҙләп таптым. Ә унда – ике ишек, булыша торғас, эскеһенең элгесен асып ебәрҙем,
һуңғы көсөмдө йыйып тышҡы ишектең дә элгесен еңдем. Үҙемдең дә хәл насарая башланы, балконға кире сыҡтым, бер аҙ тын алғас, кире ынтылдым, – ти Руслан Мансуров.
Был ваҡытта Рим дә кәрәкле ҡоралы менән килеп етә.
– Подъезд ҡуйы төтөн менән тулды. Бер ни ҙә күренмәһә лә фатирға индем, инәйҙе таба алмай оҙаҡ шыуышып....
Мәҡәлә тулыһынса "Ашҡаҙар" гәзитенең 2019 йыл 29 март № 26 (1957) һанында баҫылды.