Әйткәндәй, ошондай мәсьәләләр хаҡында ҡала йәмәғәтселек палатаһы-ның сираттағы ултырышында ла һүҙ барҙы. Унда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов билдәләүенсә, йәмәғәтселек палатаһы ҡалала граждандар ихтыяжын ҡай-ғыртыусы абруйлы майҙансыҡ булып тора. «Фәҡәт шуның өсөн көнүҙәк мәсьә-ләләрҙе йәмәғәтселек палатаһына фекер алышыуға сығарҙыҡ», – тине ул.
Беренсе һорау буйынса Альбина Кинйәбулатова сығыш яһап, алкоголь продукцияһын һатыусы юридик шәхестәрҙең барыһы ла лицензия-лаштырыу процедураһын мотлаҡ үтә, тип белдерҙе. Лицензияны сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса БР Дәүләт комитеты бирә. 2019 йылдың 1 ғинуарына Стәрлетамаҡта 97 лицензия алыусы бар, шуларҙың 53-ө алкоголде үҙҙәре һата, ә 44-е – дөйөм туҡланыу селтәре аша.
Бистро нөктәләре асып, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында һыра һатыусылар ҙа бар икән. Ҡағиҙә булараҡ, улар күп фатирлы йорттарҙың беренсе ҡаттарында, торлаҡты торлаҡ булмаған бина итеп күсереп, асыла. Был йорттарҙа йәшәүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләгән сауҙа нөктәләрендәге һатып алыусыларҙың тауышына зарлана. Бындай мөрәжәғәттәрҙең күп булыуын РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Олег Колесников раҫланы. Шулай уҡ полиция спиртлы продукцияларҙың законһыҙ әйләнеше менән дә эш алып бара, улар араһында «фанфурик»тар ҙа табыла.
Законһыҙ спиртлы эсемлектәрҙе һатҡан осраҡта, полицияға 02 йәки 122 телефондарына шылтыратып хәбәр итергә була. Шулай уҡ ҡала хакимиәтенең йәмә-ғәтселек институттары менән бәйләнеш бүлегенә 24-16-02, 24-16-69 те-лефондарына аноним шылтыратырға мөмкин йә str02adm@gmail.com электрон адресына хат ебәрә алаһығыҙ.
Сара барышында янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә ҡаранылар. Һүҙ автоном янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйыу тураһында барҙы. Граждандарҙы яҡлау секторы мөдире Ольга Комзалова йыл башынан Стәрлетамаҡта 2100-ҙән ашыу ошондай ҡоролма ҡуйғанлыҡтарын, тағы ла 500-гә яҡын янғын иҫкәртеүсе ҡуясаҡтары тураһында хәбәр итте. БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, янғын иҫкәртеүсе ҡоролма 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып балалары тыуған ғаиләләргә бушлай ҡуйыла. Халыҡтың күпселеге был аҙымға көлөп кенә ҡараһа ла, быйыл беҙҙең республикала кеше ғүмерҙәрен фәҡәт ошо ҡоролма арҡаһында һаҡлап алып ҡалғандар. Алкоголь булһынмы, янғын осрағымы – һәммәһе лә үҙебеҙҙең уяулыҡтан, яуаплылыҡтан һәм бер-беребеҙгә, үҙебеҙгә мөнәсәбәттән тора шул.