Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 14:20

Хоҡуҡтар яҡланамы?

Ҡалабыҙға РФ Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Совет вәкилдәре килде.

Сара сиктәрендә комиссияла ҡатна-шыусылар Стәрлетамаҡтағы холоҡ төҙәтеү учреждениеларында, шулай уҡ бер нисә социаль объекттарҙа, атап әйткәндә, 20-се мәктәптә, «Нур» шифаханаһында, Балалар йортонда, «Ғаилә» балиғ булмағандарға социаль-реабилитация ярҙамы күрһәтеү район-ара үҙәгендә, наркология дис-пансерында булды, күҙгә-күҙ ҡарашып фекер ҙә алышты.
– Күсмә ултырыштың төп маҡсаты – үҙ-ара бәйләнеште яйға һалыу, – тип билдәләне Совет вәкилдәре. – Булған проблемаларҙы бергәләп хәл итер өсөн танышырға килдек.
Ғөмүмән, ҡунаҡтар сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды һәм киләсәктә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бергәләп эшләргә кәрәклеген белдерҙе.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: