Ашҡаҙар
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2019, 18:21

Республиканың хәрби комиссары армияла ниндәй егеттәр кәрәклеге хаҡында һөйләне

Үҙәк хәрби округы яҙғы саҡырылыш буйынса Башҡортостан өсөн бурыстар билдәләгән — 5 меңгә яҡын кеше.

Был хаҡта «Интерфакс-Поволжье» редакцияһы ойошторған журналистар менән осрашыуҙа республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко һөйләне.
«Төп көс саҡырылыш буйынса билдәләнгән бурысты сифатлы үтәүгә йүнәлтелә. Тәү сиратта көҙҙән ҡалған егеттәрҙе оҙатабыҙ, беҙҙә шундай резерв бар. Шунан, әлбиттә, кисектереү менән файҙаланмағандарҙы», — тине Игорь Харченко.
Саҡырылыштың үҙенсәлеге шунда: егеттәрҙең психик һаулығына, девиант тәртибенә талаптар көсәйтелә.
«Армияла сәләмәт, аҡыллы, ҡыйыу һәм стресҡа ҡаршы тора алырлыҡ егеттәр кәрәк. Шуға күрә һайлап алыу ҡатыраҡ булыр», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хәрби комиссар.
Йыйылыу пунктынан тәүге төркөмдө 25 апрелдә оҙатыу күҙаллана — Милли гвардия ғәскәрҙәренә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 18-27 йәшлек Рәсәй граждандары хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ил президенты указына ярашлы, 135 мең кеше Рәсәй армияһы сафына ҡушыла.
http://www.bashinform.ru/news/1293670-voennyy-komissar-bashkirii-rasskazal-o-tom-kakie-molodye-lyudi-nuzhny-v-armii/
Читайте нас: