Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 12:06

17 мең ҙур ағас һәм 4 мең ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана

Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 17 мең ҙур ағас һәм 4 мең ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана, тип һөйләне торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Тәүге этап 27 апрелгә — икенсе дөйөм республика өмәһе ваҡытына тәғәйенләнгән.
Муниципалитеттарҙа тематик аллеялар өсөн 57 ер участкаһы билдәләнгән. Ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, пирамида һымаҡ тирәк һәм ҡыуаҡтар — барбарис, спирея, гөлйемеш, миләш ултыртыу ҡаралған.
Акция йомғаҡтары буйынса «Йәшел Башҡортостан» фотоконкурсы ойошторола — ҡатнашыу өсөн акцияға килергә, ағас ултыртырға, фотоға төшөргә һәм уны #йәшелБашҡортостан2019 хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Еңеүселәрҙе «Бергәләп күңеллерәк» һәм «Минең урманым — минең киләсәгем» номинацияларында «лайк»тар һаны буйынса билдәләйҙәр.
http://www.bashinform.ru/news/1294378-v-bashkirii-v-etom-godu-planiruetsya-posadit-17-tysyach-krupnomerov-i-4-tysyachi-kustarnikov-/
Читайте нас: