Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә «алкоголгә ҡаршы» сходтарҙың йомғаҡтары буйынса шундай тәҡдим тураһында әйтте.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡтың тәҡдимен хупланы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттарына майҙа ошо мәсьәлә буйынса парламент тыңлауҙары үткәрергә ҡушты.
«Ғөмүмән, бөтә нәмәне тикшерегеҙ. Тәү сиратта, ҡануниәт, инструментарий торошон. Мин бизнесты юҡҡа сығармау өсөн мөмкин булған сикләү сараларына бик һаҡсыл ҡарарға тырышам. Ләкин һеҙ ҡарағыҙ. Нимәнелер ҡәтғиләштерергә, төҙәтергә кәрәк икән, рәхим итеп, эшләгеҙ, — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. — Граждандар сходының эшен тикшерегеҙ. Ауыл биләмәләре башлыҡтарын саҡырығыҙ, улар дөрөҫтө һөйләй. Бәлки, шуның нигеҙендә һеҙ ҙә беҙгә берәй тәҡдим индерерһегеҙ».
Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа халыҡ йыйылыштарын уҙғарыу тәҡдимен республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров индерҙе. Ошо хаҡта ул бер ай элек Борайҙа республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн семинар-кәңәшмәлә сығыш яһағанда белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, сходтарҙы «формаль булмаған шарттарҙа һәм сифатлы» үткәрергә кәрәк.
Бутлегерҙар менән көрәштән тыш, урындағы халыҡ башҡа әһәмиәтле һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә тикшерә. Улар араһында халыҡтың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тораҡ пункттарҙа асфальт түшәү өсөн төп урамдарҙы билдәләү һәм башҡа мәсьәләләр бар.