Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 13:27

Мөғжизәле көн

Ысынлап та, үткән шәмбене мөғжизәле тиһәң дә булалыр – “һә тигәнсе” ҡалабыҙ таҙарып, матурланып китте. Әлбиттә, быға ҡала буйлап ойошторолған өмәләр сәбәпсе ине.

...Дәртле музыка яңғырай, тәмле бутҡа еҫе таралған. Ҡарты ла, йәше лә, бала-сағаһы ла һөйләшә-көләшә урамға ашҡына. Ҡулдарҙа тырма-көрәк, һеперткеләр уйнап ҡына тора. Халыҡ артынан тап-таҙа юлдар, төҙөк ҡоймалар ғына ултырып ҡала. Өмәсе-ләр юлдарында осраған ҡарҙарҙы йырып, бер ҡыйҙы ла ҡалдырмай алға ашҡына. Хеҙмәт, дуҫлыҡ... ирекһеҙҙән совет осорондағы йәшлек йылдары иҫкә төшә.
Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәрен-сә, был өмәлә 174 предприятие-ойошма ҡатнашҡан. Стәрлетамаҡты таҙартырға 23 меңгә яҡын кеше сыҡҡан. 7 урында туҡланыу ойошторолған, 107 техника йәлеп ителгән. Өмәлә бигерәк тә ҡаланың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре әүҙемлек күрһәткән. Атап әйткәндә, 2 меңгә яҡын мәғариф һәм 400-ҙән ашыу мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡала-ны матурлауҙа үҙ өлөшөн индергән. Бынан тыш, әлбиттә, ҡаланы матурлаусы төп батырҙарҙың (юл-йәшелләндереү эштәренең ремонт-төҙөлөш идаралы-ғы) һәммәһе лә ҡатнашҡан.
Дөйөм эштән ҡала етәксеһе Владимир Куликов үҙе лә ситтә ҡалманы һәм быйылғы беренсе өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәтен дә еткерҙе.
– 27 апрелдә үткәреләсәк киләһе өмә-лә лә ҡала халҡын әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Унда иһә иғтибар күберәк ағас ултыртыуға бүленәсәк, – тип белдерҙе ул.
...Ысынлап та, башта телгә алған мөғжизәгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала бит. Ҡаланы бергәләп матурлайыҡ, таҙартайыҡ, дуҫтар!
Римма ҒӘЛИМОВА,
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: