Бүләкләнеүселәр исемлегендә Асҡын, Бөрө, Белорет, Благовещен, Бүздәк, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Шаран райондарынан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.
Республика наградаһы менән аҡсалата премия биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә тапшырыла. 1998 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 17 241 һум тәшкил итә.