Ошо көндәрҙә был ваҡиғаға ике йыл тулһа ла күңелде һаман да нимәлер өйкәй. Кемдәрҙеңдер ғүмере өҙөлдө, кемдәрҙер ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалды. Мәғлүмәттәр буйынса, унда 16 кеше һәләк булған, йөҙҙән ашыуы тән йәрәхәттәре алған. Хәйер, мәшхәр үҙе йәмғиәттә уңалмаҫтай яра булып ҡалды шул. Был ғына ваҡиға түгел, бөтә террористик хәлдәр ҙә кешеләрҙә эҙһеҙ үтмәй. Ә кемдер ошо күренештән ләззәт таба, бер ғәйепһеҙгә халыҡтың ғүмерен ҡыя һәм бында вагонды шартлатҡан егет тураһында ғына ла һүҙ түгел, бит уның артында кемдер торған, кемдер ҡотортҡан...
Бәлә-ҡазалар урап үтһен ине, сәйер күренештәрҙән һаҡланып, сәйер күренештәргә битараф булмаһаҡ ине. Бындай хәлдәр башҡа ҡабатланмаһындыр.