Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 12:49

Мышы ҡарғышы

(Бер ҡатын һөйләгәндәрҙән)Бер көндө ирем менән урманға барғанда аҙашҡан мышы балаһын күреп ҡалдыҡ. Яңы ғына аяҡланған мәхлүк, тирә-яғына ҡарана-ҡарана, өркә-ҡурҡа ғына әсәһен әҙләй, етмәһә, аҡһай. “Зинһар мине ҡотҡарығыҙ!” тигән һымаҡ, күҙҙәрен ҙур асып мөлдөрәп ҡарап тора.

Бисараҡайҙы шул килеш урманда ташлап китеп буламы ни инде! Ни булһа ла булыр тинек тә, муйынына ҡороҡ һалып, үҙебеҙ менән бергә эйәртеп өйгә алып ҡайттыҡ. Һарайҙа айырым бер бүлмә бүлеп, шунда ҡуйҙыҡ. Башта яңы ғына һауған һыйыр һөтөн банкаға һалып, имеҙлек менән имеҙҙек. Бер аҙ турыҡҡас, ялан кәртәгә сығара башланыҡ. Мәхлүк ҡуралағы мал-тыуарға тиҙ генә эйәләшеп китте. Шулай күпмелер ваҡыт үткәс, бер мәлде һарайға сыҡһам, ҡураға мышы өйөрө килеп ингән. Теге йәтимәк болан балаһын инә мышы имеҙеп тора. Мышылар килеп, хайуанҡайҙы имеҙә лә, ары китә – шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Яҡын-тирәләге урмандан һиҙеп килгәндәр, күрәһең.
Мәхлүк шул тиклем ҡулға ныҡ эйәләшеп китте, хатта иртән иртүк тороп фермаға һыйыр һауырға барғанда ла арттан ҡалмай эйәреп йөрөр булды. Ялан кәртәгә бикләп тә ҡарайым, януар януарлығын итә инде – кәртәне аша атлап ҡына сыға ла ҡуя. Үҙе матур ғына тауыш сығарып мөңрәй, ниҙер әйтергә теләй, күрәһең. Тәбиғәт балаһын гел генә бикләп ҡуйып булмай бит инде, ирәүәнләп иректә йөрөһөн тип, тышҡа сығара башланыҡ. Үҙе ҡарап туйғыһыҙ матур, көрәйеп, һомғол ғына булып үҫеп килә. Шулай ҡыш сығарып, бер аҙ нығынғас, яңынан урманға ебәрербеҙ тип уйлағайныҡ.
...Берҙән-бер көндө малҡайым ҡайт-маны ла ҡуйҙы. Нисек кенә юҡһынһаҡ та, яҡшылыҡҡа юраныҡ – урман йәнлеге киренән урманға киткәндер тип уйланыҡ. Ләкин һәр нәмә лә һин уйлағанса ғына булмай икән шул. Бер нисә көн үткәс, мәхлүкте һәнәк менән сәнсеп үлтереүҙәре тураһында килеп әйттеләр... Ошо тиклем йән өшөткөс хәбәрҙән тәнем сымырлап китте. “Нихәл ҡулы барған был әҙәмдең шундай ҡәбәхәтлеккә?!” – мейемде шундай уй ярып үтте. Әҙәм балаһын көн-сөллөк нимәгә килтерә! Барыһын да тик кешенән генә көтөргә була – изгелекте лә, әшәкелекте лә. Хужаһына көнләшһә лә, малдың ни ғәйебе бар инде!
Ә теге әҙәмгә мышы балаһының ҡарғышы төшкәндер – аяуһыҙ сиргә дусар булып түшәккә ятты...
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: