Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 13:00

Штраф ҡаты хәҙер…

9 апрелдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индерҙе.

Унда һүҙ автомобилдәрен газонда, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдырған кешеләргә штраф һалыу тураһында бара. Йәшелләндерелгән биләмәнең дә аталышы үҙгәртелде хәҙер. Был – «ҡойма ташы (бордюр) менән сикләнгән һәм йәйәүлеләр, велосипед юлдары менән сиктәш булған үлән, сәскә, ағас, ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған ер участкаһы».
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә мәлендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был законды тиҙерәк ҡабул итеү кәрәклеге тураһында белдергәйне.
– Һеҙгә әхләҡи яҡтан намыҫлы булмаған әҙәмдәрҙең ошо газондарҙы, балалар майҙан-сыҡтарын тапатҡаны оҡшаймы? Туҡтатығыҙ быны. Был бәләкәй проблема түгел – ә цивилизация, халыҡтың уңайлы тормошо проблемаһы, – тине ул.
Протоколды төҙөү һәм штрафтар яҙыу эше менән райондар янындағы административ комиссиялар шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ газонда, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәрҙе күргән кешеләр ҙә ошо уҡ комиссияға мөрәжәғәт итә аласаҡ. Закон ҡабул ителеү менән административ комиссиялар аныҡ эшләгән ҡоралға эйә була. Штрафтар өҫтәмә туҡталҡа урындары һәм сикләүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөмкинлеге бирә.
Беҙ: «Башҡортостанда ярамаған урындарҙа автомобилдәр парковкалауға бәйле закон ҡабул ителде. Депутаттар газон, клумбаларға “тимер ат”тарын ҡалдырып китергә яратҡан водителдәргә ҡарата штрафтарҙы бермә-бер арттырҙы. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?» – тип машина хужаларына ла, йәйәү йөрөүселәргә лә мөрәжәғәт иттек.
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА, автоһәүәҫкәр:
– Һәр нәмәнең үҙ урыны булырға тейеш. Газондар, йәшеллектәр – матурлыҡ өсөн. Ҡалала экологик йәһәттән былай ҙа көсөргәнешле хәл. Ә «текә» машиналарға газондарҙы тапатыу, бордюрҙы йығыу бер ни тормай. Төҙөлөш башлар алдынан проекттарҙы, автопарковкаларҙы ла иҫәпкә алып, хәстәрләргә кәрәк. Йәшеллек, матурлыҡ һәр ваҡыт булырға тейеш, уларҙы әрәм-шәрәм итергә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ.
Ғәлимә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, йәйәүле:
– Мин 2-се гимназия эргәһендә йәшәйем, был уҡыу усағы алдындағы машиналар теҙмәһен күргегеҙ килһә, төш алдынан килегеҙ, урам аша үтеп булмай. Былтыр бер баланы саҡ тапатманылар. Үҙем дә машина аҫтында ҡала яҙҙым. Законды хуплап ҡаршы алам. Әгәр эшләп китһә, бәлки, тәртип булыр.
Айҙар ӘМИНЕВ, автоһәүәҫкәр:
– Балаларҙы йыш ҡына дауаханаға, поликлиникаға йөрөтөргә тура килә. Ҡабул итеү ваҡыты билдәле сәғәттә булғас, машиналар шул тиклем күбәйеп китә, ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең. Штрафты автомобиль хужаларына ғына һалыу бик үк дөрөҫ булмаҫ, минеңсә. Бында парковка яһамаған идара итеүсе компанияларҙы ла яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк.
Рәйлә ЮЛДАШЕВА, йәйәүле:
– Йорт алдындағы машиналарҙың һаны 50-гә етеп килә. Машиналы кеше, һүҙ юҡ, булдыҡлы кеше. Тик транспорт еҫен йорт алдына йәш балалары менән сыҡҡан ҡатындарға ла, эскәмйәлә һауа алыштырған ҡарт-ҡороға ла һуларға тура килә. Закон ҡабул итеү – бер, уның үтәлешен тормошҡа ашырыу икенсе мәсьәлә. Быға республика етәксеһе үҙе тотонғас, ыңғай һөҙөмтәһе булырына ышанам.
Штрафтар түбәндәгесә буласаҡ: граждандар өсөн – бер мең һумдан ике меңгәсә, вәкәләтле кешеләр өсөн – биш меңдән ун меңгәсә, ойошмалар өсөн – 20 мең һумдан 30 меңгәсә.
Ҡабатлап закон боҙоусылар өсөн штраф артасаҡ: граждандар өсөн – өс меңдән дүрт меңгәсә, вәкәләтле кешеләргә – 15 меңдән 20 меңгәсә һәм ойошмалар өсөн – 35 меңдән 50 мең һумғаса.
Римма ҒӘЛИМОВА яҙып алды.
Читайте нас: