Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 13:04

Соҡор янынан әрләшеп кенә үтеп китмәйек...

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты 15 июнгә тиклем муниципалитеттарға 505973 соҡорҙо ямап ҡуйырға тигән бурыс ҡуйҙы.

Быйыл соҡорҙарҙы ямауға ең һыҙғанып тотондолар, бындай эш төрөнөң миҙгеле асылғандан башлап әлеге мәлгә рес-публикала 27,3 мең соҡор тигеҙләнгән дә инде. Эҫе асфальт-бетон етештереү өсөн 17 завод йәлеп ителгән.
Һәр соҡорҙо һанап, билдәләп сығыу ҙа ваҡытты ала, ә эштәрҙең күләмен алдан белһәң, аҙағы һөҙөмтәлерәк булырға тейеш. Хәҙер соҡорҙарҙы билдәләүҙә халыҡ та ярҙам итә ала, бының өсөн «Юл эксперты» мобиль ҡушымтаһын кеҫә телефондарына ҡуйырға ғына кәрәк. Әйткәндәй, был ҡушымтаны булдырыуҙа Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үтә талапсан булды, уның әйтелгән тәнҡит һүҙенән һуң ҡушымта тиҙ арала эшләй башланы ла инде.
Тәнҡит тигәндән, үҙебеҙҙе лә тәнҡитләргә кеше юҡ. Мобиль ҡушымта эшләй башлағандан бирле Стәрлетамаҡта теркәлгән соҡорҙар бик күп түгел – 11 генә, ә юл эшселәре бындай ысул менән килгән 9 ғариза буйынса эште башҡарған. Ҡушымта республика буйынса 1719 соҡор тапҡан, шуларҙың күпселеге Өфөгә тура килә – 827. Ҡушымта аша йорт алдындағы соҡорҙар тураһында ла хәбәр итергә була. Соҡорҙо әрләшеп кенә үтеп китмәйек, кеҫәбеҙҙә телефон, интернет, яңы мөмкинселек менән ҡулланып, яматайыҡ.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: