Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 12:46

Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгеле башланыуы тураһында иғлан ителде

2019 йылдың 15 апреленән Башҡортостан биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан ителде.

Был осорҙа ут яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, төҙөк булмаған машиналар менән файҙаланыу, яғыулыҡ ҡойолған машиналар янында тәмәке тартыу һәм йәки асыҡ уттан файҙаланыу тыйыла. Шулай уҡ шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырырға (сөнки улар яндырғыс линза кеүек эшләп китеүе мөмкин), ағастар янында, аҡландарҙа, ағас араларында үлән, шулай уҡ баҫыуҙарҙа, урмандарҙа ҡамыл яндырырға, ылыҫлы йәш урмандарҙа, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле ерҙәрҙә, ағас сатыры аҫтында усаҡ яғырға ярамай, утты махсус майҙансыҡтарҙа ғына яғырға рөхсәт ителә.
«Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған», — тип белдерҙеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
13 апрелдә Йылайыр районының Кананикольский урмансылығының урман фонды биләмәһендә 4,8 гектар майҙанда урман янғыны теркәлгән. Ут асыҡланған көндә үк һүндерелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын сығыуға кеше сәбәпсе.
Янғынды һүндереүҙә 14 кешенән һәм дүрт берәмек техниканан торған урман янғыны төркөмө ҡатнашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1298112-v-bashkortostane-obyavleno-o-nachale-pozharoopasnogo-sezona/
Читайте нас: