Эшҡыуарҙарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был проект дилер автоүҙәгендә яңы автомобилдәр һатып алыу барышында тулы цикл булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Шул иҫәптән, “trade-in” программаһы ярҙамында артабан хеҙмәтләндереү ҙә күҙ уңында тотола. Был – автоүҙәктә ҡулланылған автомобилдәрҙе һатыу һәм һатып алыуҙа ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
ГПБ банкы филиалының Өфөләге идарасы урынбаҫары Елена Әлимбәкова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бизнес өсөн кредит биреү тураһында һөйләне. Әһәмиәтле сара хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Радик Ғәлиев һәм Михаил Григорьевтарҙың ҡалалағы “инвестиция сәғәттәре” йомғаҡтары буйынса йөкмәтелгән эштәрҙең башҡарылыуы тураһындағы отчеттары менән тамамланды.