2015 йылдың 29 ғинуарындағы БР-ҙың «Граждандарҙың торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ғаиләнең дөйөм килеменән сығып түләү сығымдарының максималь тейешле өлөшөнә республика стандарттары тураһында»ғы 9-сы ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер иһә дөйөм килемдән артабанғы проценттар иҫәпләнә: күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 13 процент; яңғыҙ йәшәгән 60 йәше тулған ирҙәр һәм 55 йәше тулған ҡатындар өсөн – 18 процент; 70 йәштәре тулып, яңғыҙ йәшәүсе граждандар өсөн – 16 процент; башҡа төрлө категорияға ингән граждандар өсөн – 20 процент. Субсидия яңы стандарттар буйынса марттан тәғәйенләнә.
Субсидия юллауҙы нәмәнән башларға һуң? Тәү сиратта, «Паспорт өҫтәле»ндә ғаилә хәле тураһында белешмә алығыҙ. Фатирҙа теркәлгән барлыҡ ғаилә ағзаларының паспорты, хеҙмәт кенәгәһе йәки банк картаһынан файҙаланыу тураһындағы килешеүҙең дә ҡулығыҙҙа булыуы мотлаҡ. Торлаҡҡа хоҡуғыҙҙы раҫлаған документығыҙ ҙа талап ителә. Һуңғы алты айҙағы коммуналь хеҙмәт өсөн түләү буйынса квитанцияларығыҙҙы йыйығыҙ. Субсидия алыу өсөн бурысығыҙ булмаҫҡа тейеш. Йортта теркәлгән барлыҡ ғаилә ағзаларының эш урынынан килеме тураһында белешмә лә талап ителә. Ҡулығыҙҙағы барлыҡ документтар менән Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә барып, анкета тултырып, субсидия билдәләһендәр өсөн ғариза яҙығыҙ. Тағы ла шуныһына иғтибар итегеҙ: аҡса күсереү өсөн иҫәп урындағы һаҡлыҡ банкында асылырға тейеш. Яңғыҙаҡ пенсионерҙарҙан да килем тураһындағы белешмәнән тыш, шундай уҡ документтар талап ителә. Әгәр ғаилә ағзаларының береһе эшләмәһә һәм халыҡтың мәшғүллек үҙәгендә теркәлмәһә, субсидия ҡаралмай. Ә үҙе йөрөп документ йыя алмағандар социаль хеҙмәткәргә ышаныс ҡағыҙы яҙып, улар ярҙамында юллай ала.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия ғариза яҙғандан алып 6 айға тәғәйенләнә.
Белешмә өсөн телефондар: (3473) 25-08-46, 25-09-07, 25-02-07, 25-67-64.
Ваҡытығыҙҙы сираттарҙа тороп әрәм иткегеҙ килмәһә, 25-15-72 телефоны аша алдан яҙылығыҙ. Һеҙҙе Октябрь проспекты, 71-се һәм Хоҙайбирҙин урамы, 83-сө йорттарҙа урынлашҡан күп функциялы үҙәктәрҙә лә ошо уҡ һорауҙар менән ҡабул итәсәктәр.