Өфө-Дим метеостанцияһында 18 апрелдә төндә һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде. Термометр бағанаһы -9,9 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, быға тиклем -9,5 градуслыҡ иң түбән температура 1946 йылда күҙәтелгән.
Өфө-Аэропорт метеостанцияһында уҙған төндә һауа температураһы -10,2 градус тәшкил итте, Өфө-Гидрометүҙәк метеопосында (Р.Зорге урамы, 25/2) – минус 6 градусҡа тиклем. Башҡортостан буйынса һауа температураһы -6,-13, Ямаш метеостанцияһында (Балаҡатай районы) -14,5 градусҡаса түбәнәйҙе.