Акцияла республиканың билдәле кешеләре лә ҡатнашты. Публицист Шамил Вәлиев үҙенең 6 мең аҙымын олатаһына – Советтар Союзы Геройы Миҙхәт Абдулла улы Баһауетдиновҡа бағышлаған. «Ул һуғышты 9 майҙа Прагала тамамлаған. Аҙаҡ һуғышты иҫенә төшөрөп илай торғайны. Өс тапҡыр яраланған. Булмаған һуҡ бармағы мине һәр саҡ ҡурҡыта ине. Хәҙер миңә — 46, ә ул саҡта олатайыма 30 йәш булғанын уйлап ҡараһаң, тормошҡа ҡараш үҙгәрә», — ти Шамил.
Башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев та олатаһы иҫтәлегенә аҙымдар яһаған: «Олатайым Башҡорт кавалерия дивизияһында булған, алғы һыҙыҡҡа снарядтар ташыған. 1942 йылда минала шартлаған, яраланып, артабан демобилизацияланған. Бәләкәй булһам да, уны иҫләйем. Ул бик талапсан ине. Оҫта булды, арбалар эшләне. Үҙ ҡулдары менән ағастан тәгәрмәстәр яһай торғайны. Хәтеремдә, берәй игәүен алып, эргәһендә ниҙер эшләй башлайым. Игәүҙе юғалтып ҡуймаһын тип, артымдан йөрөй торғайны».
«Спутник ФМ» радиостанцияһы менән бергә спортсы Дмитрий Ерохин, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар һәм башҡалар «еңеү» аҙымдарын яһаны.
https://pobeda.sputnik.fm
http://www.bashinform.ru/news/1299071-ufimskoe-radio-sputnik-fm-nachalo-sobirat-27-millionov-shagov-za-pobedu/