Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 14:16

Өмөт

Тағы бергә ҡундылар... Был икәү өсөн ваҡыт тигән төшөнсә шартлы хәҙер. Төнмө-көнмө – уларға барыбер. Уларҙы бер нәмә лә айырмаҫ һымаҡ. Ике йәш йөрәк кеүек шашып-шашынып һөйөшәләр. Бер-береһенән айырыла алмай ғазапланалар.

Эйе, йәш йөрәк кеүек. Ғәмәлдә Фәрит – ҡырҡтан уҙған ир уҙаманы инде, ә Гөлнара быйыл утыҙ йәшен тултырҙы. Йәш айырмаһына ла, ирҙең серле шарттарҙа осрашыуына ла иғтибар итмәй ҡатын, ул ғашиҡ йән! Һөйөклө ире, сабыйының үгәй булһа ла атаһы булыр тип өмөтләнгән йән. Шул өмөтө, ана, бөгөн дә ирек бирмәй, күңелде ҡорттай талай:
– Һин мине яратаһыңмы, Фәрит?!
– Үлеп яратам!
– Мин дә һине!
– Ҡасан тағы күрешербеҙ!
– Белмәйем, шылтыратырмын.
– Бәлки, бергә йәшәрбеҙ?..
– Ашыҡмайыҡ...
Был икәүҙең шулай һөйләшеүҙәрен ситтән тыңлап тороусы булһа, һис шикһеҙ, “һүҙҙәр ошо урында өҙөлә”, тиер ине һәм... хаҡлы булыр. Тик, күрше бүлмәлә йоҡлаған сабыйҙы иҫәпкә алмағанда, уларҙың тарихын белеүсе лә, ишетеүсе лә юҡ! Ир шулай ҡуша, ир шулай теләй. “Серле ойошмала эшләйем, кеше белмәһен”, бөттө-китте.
Ысынлап та, ашыҡмай Фәрит. Гөлнара ла сабыр ғына үҙ мәлен, үҙ бәхетен, сәскәнең атҡан мәлен көтә. Өмөтләнә.
...Эйе, уларҙы бер нәмә лә айырмаҫ һымаҡ. Тик ҡандар һыуынып, бушанып, йыуынып алғас та башта уйҙар айыра, шунан тормош та үҙ ағышына ҡайта, ирҙе “серле ойошмалағы эше” көтә! Бөгөн дә ҡабатланды бер үк хәл. Эшендә ваҡыт тапты. Икенсе аҙым – ҡатынына “ҡалымға барам” тип алдау. Уныһы ла үтәлде. Өсөнсө аҙым: ҡаса-боҫа, эҙҙәр яҙҙыра-яҙҙыра таныш йортҡа барыу!
Быларҙы яҡшы башҡара Фәрит, тик бер нәмәгә борсола: ҡатыны белеп ҡалмаһын, һөйәркәһе өйләнгәнен белмәй торһон. Теле саҡ асылып килгән сабый-шаһит һатмаҫ ул, бына Гөлнара бәхетенән шашып, берәйһенә ысҡындырып ҡуйһа? Сер тоғо тишелеп китмәгәйе...
Йәнә Фәрит үҙе шылтыратты. Йәнә осраштылар. Тик ғәҙәти түгел ине был осрашыу. Күптәрҙең башын әйләндереп өлгөргән, “емде нисек һибергә” белгән, “ҡармаҡты” оҫта һалған ир әле телефон аша бәйләнештән үк аңғарҙы. Ғәҙәттәге “сценарий” ҡабатланғас, Гөлнара ике һүҙ әйтте: “Мин ауырлы!”
Түлле икәнен белә тороп... Фәриттең уйҙары сапты ғына, әй. Аҡыл айыҡты ла бит, эш үткән. Хистәр еңгән. Хәйер, хис тип ни, был уйын икәнен ир баштан уҡ белә ине, финалы ғына көтөлмәгәнсә, быға тиклем булмағанса килеп сыҡты. Әммә уйында еңеүсе булып өйрәнгән ир был юлы ла “ҡоро” ҡотолмаҡсы.
...Йәнә осраштылар. Был юлы кеше араһында. Ҡасандыр “мин һеҙҙе ҡайҙалыр күргән бар, таныш түгелме?” тигән сәбәп менән килеп өндәшкән Фәриткә Гөлнара әле үҙе һүҙ башланы:
– Сәләм!
– Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе танымайым!
Өмөтө тағы аҡланманы. Һуң ул ғә-йеплеме ни туғыҙ ир-егеткә тура килгән ун ҡатын-ҡыҙҙың унынсыһы булыуына?! Аңланы, тик... яҙмышына күнде Гөлнара. Ҡатынын ҡултыҡлап алған таныш түгел танышының артынан ҡарап ҡына ҡалды. Ә был мәлдә ҡарынында бер нәмә һулҡ-һулҡ итте. Йөрәк ине ул. Кескәй генә йөрәк!
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: