Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 12:22

Бәпесте үлтерер өсөн – 250 мең һум

Бынан бер нисә көн элек беҙҙең сайтта Ишембайҙа 43 йәшлек ҡатын менән уның алты айлыҡ бәпесе юғалыуы тураһында мәғлүмәт баҫылғайны. Ошо көндәрҙә был хәлдәң ғәжәйеп дауамы билдәле булды.

Барыһында ла ҡатын-ҡыҙ көнләшеүе һәм мәкерлеге ғәйепле булып сыҡты. Баҡһаң, Ишембайҙа йәшәгән ҡатын ирен, уның һөйәркәһен һәм алты айлыҡ бәпестәрен үлтереүгә заказ биргән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын иренең ситтә һөйәркәһе барлығын һәм уларҙың балаһы тыуыуын белеп ҡалғас, енәйәт ҡылырға була. Ир “икенсе” ғаиләһе өсөн бик күп аҡса тотонған, тиҙәр. Үпкәләгән ҡатын уларҙың барыһынан да ҡотолор өсөн, киллер яллай. Эше өсөн 250 мең һум аҡса вәғәҙәләй.
Тик бына киллер был аҙымға әҙер булмай сыға. Полицияға хәбәр итә. Полиция мәғлүмәтте тикшергәс, ҡатын менән бәпесте йәшерә һәм уларҙың юғалыуы тураһында мәғлүмәт тарата. Быны күргән “заказсы” эштең ҡылыныуына ышана һәм һеңлеһенән киллерға аҡса биреүҙе һорай. Ошо мәлдә уларҙың барыһы ла тотола ла инде.
Ҡайҙа тәгәрәй был донъя...
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/b-peste-lterer-s-n-250-me-um/
Читайте нас: