Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтары булдырыу өсөн 350 миллион һум кәрәк, тип белдерҙе бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов. Төбәктең тораҡ пункттарында контейнерҙарҙы муниципалитеттар ҡуйырға тейеш.
Әлеге ваҡытта республикала 14 409 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урыны булдырылған, 30 366 контейнер ҡуйылған. Башҡортостанда бөтәһе 13 116 майҙансыҡ булдырыу, уларҙа 23 127 контейнер урынлаштырыу талап ителә. Республикала төбәк операторҙарының ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса эшмәкәрлегенең биш зонаһында контейнерҙар һатып алыу динамикаһы төрлөсә.
2019 йылдың 1 декабренә тиклем һатып алыу күҙаллана:
— 1-се зонала — 2374 контейнер, зонала 7269 данаға ихтыяж бар.
— 2-се зонала — 1671 контейнер, ихтыяж — 2804 дана.
— 3-сө зонала — 2637 контейнер, 10 053 дана кәрәк.
— 4-се зонала 151 контейнер ғына бар, был ихтыяждан 41%.
Өсөнсө зонала райондарҙың контейнерҙар һатып алыу әүҙемлеге түбән. Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Хәйбулла райондары хакимиәттәре башлыҡтарына контейнерҙар һатып алыу графигын яңынан ҡарау бурысы йөкмәтелде. Белорет, Краснокама райондары һәм Сибай ҡалаһы һатып алыуға тотонмаған һәм график төҙөмәгән, тип билдәләне Нияз Фазылов.
Ике контейнерҙан торған бер контейнер майҙансығының хаҡы 45-70 мең һум самаһы тора.
Уларҙы һатып алыу һәм ҡуйыу муниципаль бюджет иҫәбенә башҡарыла. Республиканың Экология министрлығына муниципалитеттарҙан ошо сараларҙы бюджет-ара трансферттар иҫәбенә финанслауҙы һорап мөрәжәғәттәр килә. Ведомство Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 67-се ҡарарына сығымдар йүнәлешен киңәйтеү тураһында үҙгәрештәр әҙерләне, шул иҫәптән контейнер майҙансыҡтары төҙөүгә лә.
«Үҙгәрештәр ҡабул ителгән осраҡта, муниципаль берәмектәр күрһәтелгән аҡсаны контейнер майҙансыҡтарын әҙерләү өсөн файҙалана алыр ине. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урындарын булдырыуға ихтыяжды тәьмин итеү өсөн 350 миллион һум кәрәк», — тип өҫтәне министр урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1300862-dlya-obustroystva-bashkirii-konteynernymi-ploshchadkami-neobkhodimo-350-mln-rubley/