Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 13:56

Башҡортостанда походҡа сығырға әҙерләнгән туристар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлергә тейеш

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда республикала туристик походтарҙан һуң ике кеше хәбәрһеҙ юғалған, етәүһе һәләк булған, 58-е йәрәхәттәр алған, 81 турисҡа ярҙам күрһәтелгән. Белорет районында Ирәмәл тауы, Ирәктәш һырты, Оло Инйәр йылғаһы, Урал тауы йүнәлешендәге Ҡарағайлы ҡасабаһы, Кучанов кордоны, Межгорье ҡалаһы янындағы Нәре һырты, Атыш шарлауығы, Көмәрҙәк тауы янында, Леонидовка ауылы эргәһендәге урманда, шулай уҡ Ишембай районының Ялтыран ауылы һәм Дыуан районының Күлвәрәш күле тирәһендә 43 ҡотҡарыу операцияһы үткәрелгән.
Мәләүез районының «Ҡотоҡ-Сумған» мәмерйәһендә үлем осраҡтары теркәлгән (турист карст соҡорона ҡолап төшкән һәм һәләк булған). Белорет (Ирәкташ) һәм Мәләүез райондарында ла («Башҡортостан» милли паркы) туристарҙың ҡаянан осоу осраҡтары бар. Бынан тыш, тәбиғәттә ял итергә яратыусылар Белорет (Кесе Инйәр, Оло Инйәр йылғалары) һәм Баймаҡ райондарында (Һаҡмар һәм Ләмәҙ йылғалары) катамарандарҙа әйләнә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, туристар төркөмө (йәки яңғыҙы) сәйәхәткә сығырға 10 көн ҡалғас ведомствола теркәлергә тейеш.
Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан биләмәһендә туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Поход ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ — Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1301018-v-bashkirii-turisty-otpravlyayushchiesya-v-pokhod-dolzhny-zaregistrirovatsya-v-mchs/
Читайте нас: