Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2019, 12:46

Коррупция менән бергәләп көрәшәйек

РФ генераль прокуратураһы “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” исеме аҫтында халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы социаль реклама конкурсы үткәрә.

Бында 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Сарала ҡатнашыусыларға видеоролик һәм плакат форматында кор-рупцияға ҡаршы социаль реклама әҙерләргә кәрәк. Унда дәүләттең барлыҡ кимәлдәге һәм йәмғиәттең йәшәү рәүешендәге төрлө өлкәләрҙә коррупцияға ҡаршы заманса көрәш ысулдары сағылдырылырға тейеш.
Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә: “Яҡшы плакат” һәм “Яҡшы видеоролик”.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән рәсми сайтта (http://www.anticorruption.life) танышырға мөмкин.
БР ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы.
Читайте нас: