Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2019, 00:47

Башҡортостанда ике шихан өсөн һаҡлау зоналары булдырыла

Башҡортостанда республика әһәмиәтендәге алты тәбиғәт ҡомартҡыһы, шул иҫәптән Торатау һәм Йөрәктау өсөн һаҡлау зоналары булдырыла. Тейешле ҡарар проекты Башҡортостандың Экология министрлығында баҫылған, документҡа экспертиза үткәрелә. Шулай уҡ Охлебинин мәмерйәһе (Иглин районы), Ҡарлыман мәмерйәһе һәм Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы (Ҡырмыҫҡалы районы), Туғар-Һалған күле (Торатау итәгендә урынлашҡан, Ишембай районы) һаҡлауға алына.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, һаҡлау зонаһында һәр төрлө производство эшмәкәрлеге һәм сүп-сар ҡалдырыу, ә күлдә малға һыу эсереү тыйылған. Бынан тыш, Торатау тирәләй ташҡа әүерелгән ҡалдыҡтар, гербарийҙар өсөн үҫемлектәр һәм энтомологик коллекцияларға бөжәктәр йыйырға, Йөрәктау янында мал көтөргә ярамай.
Тағы бер шихандың — Ҡуштауҙың «һаҡланған» тигән статусы юҡ. «Башҡортостан сода компанияһы» яҡшы сифатлы эзбизы булған Торатауҙы алырға уйлағайны, ләкин республика етәкселеге, предприятиеға Ҡуштауҙы эшкәртергә рөхсәт биреп, Торатау һәм Йөрәктау шихандарын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Читайте нас: