Башҡортостан парламенты депутаттары туберкулезды иҫкәртеүҙе көсәйтеү тураһында закон ҡабул итте. Ул диспансерлаштырыу үтергә тейешле кешеләр даирәһен киңәйтә. Әгәр элек улар башлыса сирленең ғаилә ағзалары булһа, хәҙер исемлеккә уның менән аралашҡандарҙың барыһы ла — күршеләре, хеҙмәттәштәре индерелгән. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.