Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 23:24

Башҡортостанда 37 меңдән ашыу ветеранға Владимир Путиндан открытка таратыла

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан 37 меңдән ашыу ветеранға Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы тапшырыла. Открыткалар 2-һенән 9 майға тиклем таратыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй почтаһының матбуғат хеҙмәтендә.
«Ҡотлау открыткаһының бер яғын Леонид Головановтың «Ҡыҙыл армияға – дан!» плакаты биҙәй. Икенсе яғында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фотохроникаһы кадрҙары урынлаштырылған», — тип һөйләнеләр бүләктең биҙәлеше хаҡында.
Төп осорҙа открытка алмаған ветерандарға почта уларҙы почта элемтәһе бүлексәләрендә бер ай ятҡандан һуң ҡабаттан тарата.
http://www.bashinform.ru/news/1304023-v-bashkirii-bolee-37-tysyach-veteranov-poluchat-otkrytku-ot-vladimira-putina/
Читайте нас в