Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 13:27

Һуғыш балалары, йөрәк яралары...

Һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр. Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандарыбыҙ сафы һирәгәйә бара. Иҫән булғандары ла хәҙер бик ныҡ олоғайған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгәндәр ҙә хәҙер үҙҙәре лә өлкән йәштә. Әммә ҡәһәрле һуғыш һалған йән яралары бер ҡасан дә онотолмай. Еңеү байрамы алдынан БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Лидия Игнатенконың «Һуғыш балалары тарихы» китабының исем туйында нәҡ ошондай уйҙар килде.

Сара БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальскийҙың Еңеү байрамы менән ҡотлау сығышынан башланды.
– Еңеү көнө – иң мөһим байрамдырҙың береһе, –тине Алексей Алексеевич. – Бынан 74 йыл элек булған ваҡиғалар оҙаҡ ваҡытҡа бөтә донъяның үҫешен билдәләне. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер сәйәсмәндәр беҙҙең илдең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн кәмһетергә маташа. Беҙҙең бөгөнгө сара йәш быуынға, студенттарға ул саҡтағы ваҡиғаларҙы бөтөн дөрөҫлөгөндә еткереү маҡсатында уҙғарыла. Ни өсөн тигәндә, ошо дәһшәтле йылдарҙың шаһиттары бөгөн беҙҙең менән бер залда ултыра.
Ялҡынлы телмәрҙән һуң Фашист Германияһынан азат иткәндә яуҙа башын һалғандар өсөн бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Артабан Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетди-нов та залдағыларға ҡайнар ҡотлауҙарын еткерҙе.
– Йылдан-йыл ветерандарыбыҙ һәм һуғыш осоро балалары кәмей бара, әммә беҙ ҡан менән яуланған Бөйөк Еңеүҙе алып килгән кешеләрҙең эштәрен иҫебеҙҙән сығармаҫҡа тейешбеҙ. Бөгөн беҙҙең иң мөҡәддәс бурысыбыҙ – тарихтың мөһим мәлдәрен яңы быуынға еткереү. «Һуғыш балалары» китабы тап шуға булышлыҡ итә, – тип билдәләп үтте Альберт Наил улы.
Лидия Ивановна иһә үҙе нисек итеп китапты сығарыуы тураһында һөйләне. Мәғлүмәттәр туплар өсөн уға күпме эҙләнергә, музейҙарҙа, предприятиеларҙың ветерандар советтарында булырға тура килгән. Бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә иллегә яҡын һуғыш заманы балаларының дәһшәтле йылдар хәтирәләре яҙып алынған.
Был – «Һуғыш балалары» китабының икенсе өлөшө. Автор тәүгеһен Еңеүҙең 2015 йылда үткән юбилей датаһына арнап сығарғайны.
Р. САФИНА.
Читайте нас: