Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 13:00

БЕР КЕШЕНӘН ДҮРТ ЙӨҘ кеше ТАРАЛҒАН...

Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә үткән Шәжәрә байрамыныңБөтә донъя Ғаилә көнөнә тап килеүе осраҡлы түгел. Ғаилә һәм шәжәрә кеүек рухи ҡиммәттәрҙең бербереһенән айырылғыһыҙ икәнлеген ҡеүәтләп, китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина сараны тап ошо матурбайрам менән ҡотлау һүҙҙәренән башлап ебәрҙе.

“...Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға
Берен-бере ҡыуып тау сыға.
Ашап-эсеү менән дандар сыҡмай,
Татыу йәшәү менән дан сыға...”
Ысынлап та, халыҡ йыры “Юрмый
буйы”ндағыса, ғаиләлә һәм милләт-ара
татыу йәшәүҙәргә ни етә!
“Шәжәрә: уның үткәне һәм бөгөнгөһө”
тип исемләнгән был байрамда дүрт
ғаилә ҡатнашты. Тәүге сығыш яһаусы,
5-се гимназия уҡыусыһы Яна Каракеча
үҙенең ике йөҙ йыллыҡ нәҫел ебен ун
өсөнсө быуынға тиклем барлаған. Уның
өләсәһе яҡлап ҡарт олатаһы, билдәле шәхес Хәбибназар Үтәки – хәҙерге Ғафури районы Үтәк ауылынан. Ә инде башҡорт халҡының данлыҡлы улы, арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Янаның өс туған олатаһы була. Яна Зәки
Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған һәм улы Сүбидәй бейҙең Стәрлетамаҡҡа килеүе,
уларға бәйле хәтирәләр тураһында ла бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ул үҙҙәренең шәжәрәһен әсәһе Әлфиә Һатлыҡова менән
бергәләп өйрәнгән. Сөләймәновтарҙың сығышы ошо ырыу вәкиле Иркә Сөләймәнованың
“Йыйҙым еләк” йыры менән асылды. Ике-өс йәшлек кенә ейәненең өләсәһе йырлаған ыңғайға төрлө хәрәкәттәр
яһап килештереп бейеп йөрөүе – үҙе бер тамаша! Был ырыу вәкилдәре менән ошо
китапхана хеҙмәткәре Гүзәл Ишбулдина таныштырҙы. Шуныһы ихтирамға лайыҡ, табын ырыуына ҡараған Сөләймәновтар
Ғафури районы Толпар ауылынан, алыҫ араларҙы яҡын итеп, дәррәү килеп еткән! Уларҙың шәжәрә байрамында ҡатнашҡан
һәр вәкиленең яуаплы вазифаларҙа эшләүе, абруйлы шәхестәр булыуы был
нәҫелдең көсөн күрһәтеп тора. «Табын ырыуы – башҡорттар араһында һаны буйынса иң ҙур ырыу тип иҫәпләнә», – тине
Сөләймәновтар ғорурланып. Улар Толпарға Имәндәштән күсеп килгән. Балыҡсылар нәҫеленән булған Аҡъегет олаталарының 99 аты булыуы тураһында риүәйәт бик ҡыҙыҡлы. Ауыл янындағы Аҡъегет ҡаяһы тип йөрөтөлгән тау тап уларҙың олатаһы менән бәйле икән. “Атайым Әҡсән Сөләймәнов яһаған көйәнтәләрҙе әле лә
ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ”, – тине, Гүзәл нәҫеленең бар яҡлап та һәләтле икәнен билдәләп. Уңғанлыҡ, саялыҡ ошо ырыу
вариҫы Дмитрий Локоленконың башҡорт бейеүендә лә сағылды.
Петровтар шәжәрәһе лә бик бай
һәм ҡыҙыҡлы. Ғаилә башлығы Юрий Анатольевич был нәҫелдең ике йөҙ йыл самаһы элек Сыуашстан яғынан күсеп
килеүе тураһында бәйән итте. “Беҙ үҙебеҙҙең ун өсөнсө быуыныбыҙға тиклем беләбеҙ, беҙҙең Ырыу ағасы Ауырғазы
еренә килеп төпләнгәндән башланғыс алған”, – тине ул. Петровтарҙың бәләкәс кенә балаларына тиклем бик матур милли
кейемдәр кейеп, сыуашса тәтелдәп һөйләп тороуына, йырҙар йырлауына һоҡланмау мөмкин түгел! Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Юрий Анатольевич үҙҙәренең эшҡыуарлыҡ эшен
асып ебәргән. Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылынан Насретдиновтар нәҫеле 17-се быуат урталарында Ашҡаҙар буйындағы Мәҡсүт ауылынан йәмле Һәләүек буйҙарына күсеп ултырған. Бынан ике йөҙ йыл элек 1818 йылда тыуған Насретдин Түлебай улынан әлеге көндә дүрт йөҙҙән ашыу кеше таралған. Үҙҙәренең нәҫел ебен Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатынҡыҙҙары ойошмаһын етәкләүсе Зөлфиә Йәғәфәрова барлап сыҡты. Әлеге ваҡытта Насретдиновтар нәҫеленән хатта сит илдәрҙә йәшәүселәр ҙә бар икән. Ә Насретдин олаталарының бүләһе Бибихөснә Әхмәт ҡыҙының балалары, ейәнейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең һаны 108 кешегә еткән! «Ашҡаҙар буйындағы Мәҡсүт ауылы менән дә ҡатышып
йәшәйбеҙ», – тине ул. Насретдиновтар араһынан төрлө һөнәр эйәләре сыҡҡан, әлеге көндә улар төрлө юғары вазифаларҙа
эшләй. Мәҫәлән, сараға Баязит һәм Искәндәр исемле улдары менән килгән Сәлим Хафизов Ишембай районы Маҡар
урман хужалығын етәкләй. Ҡатыны Нәркәс һәм ҡыҙы Эльза менән килгән Илшат Насретдинов, күп йылдар хоҡуҡ һаҡлау
органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта моңға ла бай был нәҫел: республика конкурстары лауреаты Тәнзилә Аҫылгәрәева башҡарған башҡорт халыҡ йыры “Ғүмер” ата-бабаларыбыҙ йәшәгән дәүерҙәргә алып ҡайтҡандай булды. Бер тынала үткән Шәжәрә байрамын төп ҡунаҡтарҙың сығыштары ғына түгел, Фуат Юнысбаев башҡарған
“Юрмый буйы” йыры, 3-сө гимназия уҡыусылары Айсулпан Хәсәнованың, Әлиә Хөснөтдинованың бейеүҙәре биҙәне.
Хәйер, был тәрән йөкмәткеле бай сараға күптәрҙең көсө һалынған. Шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар, БДУ-ның
Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты, Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ҡала
башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә нәҫел тарихтары аша беҙгә рух байрамы бүләк итте.
– Шәжәрә байрамы – конкурс түгел. Ул элек-электән үҙеңдең аҫабалыҡ хоҡуғыңды һаҡлар өсөн кәрәк булған. Тамырҙарыбыҙҙы барлауҙа, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ, – тине сараны йомғаҡлап Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йосопова. Ысынлап та, бындай саралар аша
тарихыбыҙҙың, бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ белергә өйрәнәбеҙ. Килешәһегеҙме?
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: