Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 13:16

Эх, күршеләр!..

Хәҙер, мин әйтәм, ниндәй генә көндәр юҡ та, нимә генә билдәләмәйҙәр. Эттәр, көнө, тәмәкәһеҙ көн, пираттар көнө, һаҙлыҡта йөҙөүселәр байрамы... Бер ҡараһаң, сәйер ҙә һымаҡ был көндәр, шулай ҙа араларында кешегә, ысынлап та, һабаҡ бирерлек, уйландырырлыҡтары, күңелдәрен күтәрерлектәре лә етерлек.

Яңыраҡ күршеләр көнө билдәләнде. Ябай ғына байрам күңел асыу һымаҡ тойолһа ла, асылында ниндәй ҙур мәғәнә һалынған уның! Күрше менән татыу булып, бер төптән йәшәү, бер-береңә ауыр саҡта ярҙам итеү – бер һүҙһеҙ башҡарыла торған ғәмәл. Тик ғәмәлдә хәлдәр башҡасараҡ тора шул: туғандар һымаҡ матур итеп ҡатышып йәшәгән күршеләр бар, шул уҡ ваҡытта ҡала ерендә түгел, ауылда ла хәҙер күршеңдең кем икәнлеген белмәҫһең. Урбанизация йоғонтоһомы был, кешеләрҙең психологияһы үҙгәрәме... һәммәһе лә үҙ өлөшөн индерәлер. Улай ғына ла түгел, эт менән бесәй һымаҡ йәшәгәндәр аҙмы ни? Хәйер, был йәһәттән бер бөгөнгө көн генә миҫал түгел. Элек-электән ер, хатта ҡояш яҡтылығы тип әрләшкәндәр, талашҡандар, хатта бысаҡҡа бысаҡ килгәндәр етерлек. Ошондай хәлдәргә бәйле бер ваҡиға күңелде инде нисә йылдар өйкәй. Журналист булараҡ, ике күршенең үҙ-ара низағы менән танышырға тура килгәйне.
Сәлим менән Ғаян (исемдәр үҙгәртеп алынды) күрше булып йәшәгәндәренә байтаҡ йылдар булып киткән. Тәүгеһе ата-бабаһынан ҡалған нигеҙҙә донъя ҡорһа, икенсеһе урынды һатып алып, өй һалып сыҡҡан. Нисә йыл йәшәйҙәр, шунса ыҙғыш-талаш. Юҡ, көн дә булмай бындай күренеш, әлбиттә, ҡайһы берҙә ике күрше бер-береһенә ярҙам итеп, эштәрен дә эшләшә, хатта ваҡыты менән икеһенә бер “бәләкәйҙең башына етәләр”. Һай, ул саҡта ниндәй дуҫтар улар! Тик... ваҡыт үттеме, йәнә сик, йәнә минең ер тип, талашалар ҙа китәләр. Бындай хәлдәр бигерәк тә бәрәңге сәскән ваҡытта ҡабатланыусан. Башта “һин минең ергә инеп сәскәнһең” тип үҙҙәре генә ер бүлешә, аҙаҡ ҡатындары “атакаға” күтәрелә, шунан балалары ҡушыла. Ике ирҙең ир була алмай талашыуында ике ғаилә шулай бер-береһенә дошманға әйләнә. Ғаилә генәме һуң, ауыл советы вәкилдәре, депутаттар, хатта журналистарға тиклем барып еткәндәр ине улар! Ахыр сиктә картуф баҡсаһында урта сик кәртәләп алынды, ул саҡта ла әле ваҡыты-ваҡыты менән “һөжүм” булып торған.
...Был ваҡиғаға байтаҡ йылдар үтте. Әлеге ауылға йәнә юл төштө, урамдан үткән саҡта, ирекһеҙҙән, теге баҡсаға күҙ һалдым. Ике аралағы кәртә сереп, ауып бөтөп бара, ә күршеләр ер тип талашмай икән хәҙер, сөнки икеһе лә инде... ер ҡуйынында! Баҡсаға килгәндә, унда ер иркен хәҙер, Сәлимдең берҙән-бер улы эсеп йөрөй, донъя ҡайғыһы түгел, ә Ғаяндыҡылар әйбер сәсеү түгел, ҡайтып урағаны ла юҡ икән. Эх, күршеләр...
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: