Был әһәмиәтле байрам Стәрле-тамаҡтың ике биҫтәһендә шаулап-гөрләп үтте. Көндөҙгө сәғәт 3-тә күрше-күлән Социалистик урамының 20-се йорт алдына йыйылһа, киске 6-ла ошондай уҡ сара Шахтау ҡасабаһының үҙәк майҙанында үтте.
Тәүге адрестағы был йортта, республика программаһы сиктәрендә, күптән түгел подъездарҙы ремонтлау эше тамамланған. Дөйөм йыйылышта кәңәшләшкәндән һуң, стеналарҙы һәм түбәләрҙе шымартыу, буяу эштәре менән бергә тамбур һәм инеү ишектәре алмаштырылған. Халыҡ сифатлы ремонттан ҡәнәғәт. Сараға йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы начальнигы Илдар Ғарифуллин һәм «Жилсервис» ЯСЙ идарасы компанияһы вәкилдәре, уларҙың ошо шатлығы менән уртаҡ-лашып, байрам менән дә ҡотлап үтте.
Байрам сараһына килеүселәр өсөн көн дауамында музыка яңғыраны, балалар өсөн аниматор менән бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Күршеләр байрамында татлы-татлы ризыҡтар тулы табында сәй менән һыйланырға ла мөмкин ине. Байрам һуңында сарала әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә тапшырылды.
Шахтауҙа иһә төрлө уйындар һәм конкурстар менән бергә, байрамды «Буревестник» үҫмерҙәр клубы һәм «Водолей» вокаль-инструменталь ансамбле сығыштары йәмләне.
Ошондай матур сараларҙан донъя тағы ла яҡтыраҡ, нурлыраҡ булып китә, ә йөҙҙәр май ҡояшылай балҡый. Стәрлетамаҡтар йәшәй ҙә, эшләй ҙә, ял итә лә белә, тигән фекер ҡалдырҙы был сара. Иң мөһиме, күрше-ара татыу йәшәйбеҙ! Байрамдың матур үтеүе лә нәҡ шул татыулыҡҡа бәйле.