Ултырышта Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.21-се статьяһы (газондарҙа парковкалаған өсөн штраф) буйынса ҡала округтарында административ комиссиялар ҡараған эштәр буйынса һөҙөмтә яһалды.
Әлеге закон 9 апрелдә ҡабул ителгәйне. Уны үтәмәүселәрҙең иң күбе – 10 меңгә яҡыны Өфөлә теркәлгән. Стәрлетамаҡ икенсе урында килә. Беҙҙә 878 водителгә 1,5 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Ә өсөнсө урында – Салауат ҡалаһы (566 боҙоуҙар).
Муниципаль райондар буйынса тәүге урында Стәрлетамаҡ районы килә. Бында 347 ҡарар сығарылып, 379 мең һум штраф һалынған. Ә Өфө районында 234 протокол төҙөлгән. Әлеге исемлеккә эләкмәҫ өсөн автомобилдәрегеҙҙе тейешле урында ҡалдырырға кәрәклеген онотмаҫҡа саҡырабыҙ.
Әйткәндәй, республикала 170 мең парковка урыны талап ителә. Был турала вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, проблеманы хәл итергә мөмкин, аныҡ тәҡдимдәр бар.
Бынан тыш, «Башҡорт ихаталары» проектына ярашлы, быйыл 12 мең самаһы машина ҡуйыу урыны булдырыу планлаштырыла.