Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 13:50

Иҙән йыуыусы

– Һы, бына әй, ниндәйҙер бер иҙән йыуыусы үтергә рөхсәт бирмәй торһон әле, саҡырығыҙ тиҙерәк баш табипты, кем менән һөйләшкәнегеҙҙе самалағыҙ! – тип екерҙе Фәрит Фәтихович ҡаршыһында торған ҡатынға. Тегеһенең бер генә лә иҫе китмәне:– Һуң, әфәндем. Әйтеп торам бит, беҙҙә – көндөҙгө ял ваҡыты, сирлеләр йоҡлай, борсорға ярамай, режим. Хәле үтә лә насармы ни? Улайһа, махсус рөхсәт кәрәк, киске алтынан һуң килегеҙ, – тип еүеш сепрәген һығыуын белде.

Ҡалала бөтә ял йорттарына юлламалар уның ҡулы аша үтә, шуға үҙ баһаһын белә ул! Ҡул аҫтында эшләгән ун кешене генә түгел, күптәрҙе бейетеп кенә тота. Ә бында, ниндәйҙер бер йолҡош уға юл быуып маташа, тип уйланы ир. Еңел генә бирелергә теләмәне, ир һүҙен һүҙ итергә кәрәк!
– Мин һинән ҡасан ҡабул итеү ваҡыты тип һорамайым, кит юлдан, үтергә кәрәк.
– Тейешле ваҡытында килергә кәрәк! – ҡатын да сәмле булып сыҡты, ахыры. Әллә әлеге генә тап-таҙа итеп йыуылған иҙәнен батҡаҡлы ботинкалар бысратҡанға ҡыҙҙы ла китте, әллә ирҙең үҙен тотоуы оҡшаманы уға, ҡарыша бирҙе.
Күпме барыр ине был тартҡылаш, билдәһеҙ, әмәлгә инәлгәндәй, ко-ридорҙың осонда, ысынлап та, баш табип үҙе күренде һәм ул килеп етмәҫ борон ике оппонент та бәхәсте үҙ файҙаһына осларға тырышты...
Был бәхәстә кем өҫтөн булып сығыуы хәҙер мөһим түгел Фәриткә, ул бөгөнгө көндә... үҙе иҙән йыуа. Былтыр прокуратура тикшереп, “сираттан тыш юлламалар” өсөн енәйәт эше асты, хәҙер әфәнде шул ҡылығы өсөн яуап бирә.
Уйҙарға бирелеп, сепрәген һыҡҡанда төрмә хужаһы килеп инде, Фәрит йыуылған иҙәнгә төртөп күрһәткәйне лә, тегеһе:
– Ниндәйҙер бер иҙән йыуыусы үтергә рөхсәт бирмәй торһон әле, – тип екерҙе.
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: