Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 14:28

Хәүеф-хәтәрҙән һаҡланайым тиһәң...

Йыш ҡына беҙгә, граждандарға, шикле әйберҙәргә тап булырға тура килә. Шик тыуҙырған предметтарҙы транспортта, сүп һауыттары янында, подъезда, йәмәғәтселек транспорты туҡталыштарында осратырға мөмкин. Ҡарап тороуға йәмһеҙ генә төргәк йәки ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы шартлатҡыс ҡоролма булыуы ихтимал. Шундай нәмә тапҡан осраҡта ни эшләргә һуң?

Әгәр табылған предмет «был ваҡытта был урында булырға тейеш түгел» тип уйлайһығыҙ икән, был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
• Әгәр һеҙ йәмәғәт транспортында онотоп ҡалдырылған йәки хужаһыҙ әйбер таба ҡалһағыҙ (транспорт туҡталышында), янығыҙҙағы кешеләрҙән һорашып сығығыҙ. Кемдеке йәки кем ҡалдырған икәнлеген белергә тырышығыҙ. Әгәр хужаһы табылмаһа, кисекмәҫтән табылған әйбер тураһында транспорт водителенә хәбәр итегеҙ.
• Үҙегеҙ йәшәгән йорттоң подъезында шик тыуҙырған әйбер күреп ҡалһағыҙ, күршеләрегеҙҙән һорашып сығығыҙ, бәлки, улар сығарып ҡуйғандыр. Әгәр хужаһы табылмаһа, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итегеҙ.
• Шикле әйбер эш урынығыҙҙа табылһа, администрацияға хәбәр итегеҙ.
Үрҙә һанап үтелгән хәлдәргә ҡағылышлы ҡағиҙәләр:
- кемдер ҡалдырып киткән әйбергә яңылыш булһа ла ҡағылмағыҙ;
- асып ҡарамағыҙ йәки тегендә-бында шылдырмағыҙ;
- табылған ваҡытын билдәләп ҡуйығыҙ;
- шикле әйбергә үтеп барған кешеләрҙе яҡын ебәрмәгеҙ, бигерәк тә балаларҙы;
- оператив-тикшереү төркөмө килеп еткәнен мотлаҡ көтөгөҙ;
- үҙ күҙегеҙ менән күргәнегеҙҙең мөһим икәнлеген онотмағыҙ.
Был йәһәттән полицейскийҙар ата-әсәләргә былай тип мөрәжәғәт итә: «Һеҙ балаларығыҙҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуап бирәһегеҙ. Табылған әйберҙе үҙ алдығыҙға берәй нәмә эшләтеп ҡуймағыҙ, ул, бәлки, шартлай торған нәмәлер. Был бик күп ҡорбандар һәм емереүҙәргә килтереүе ихтималлығын онотмағыҙ».
РФ Эске эштәр министрлығының
Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы.
Читайте нас: